

Башҡортостанда эҫе йәйге һауа торошо урынлашты. 24 һәм 25 августа термометр бағанаһы +26, +27 градусҡа тиклем күтәрелә. Һуңынан эҫелек кәмей. Синоптиктар һыуытыуҙы ҡасан көтөргә кәрәклеген хәбәр итте.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәте буйынса, шаршамбынан республикала һалҡынайта. Әгәр 24 һәм 25 августа көндөҙ +26, +27 градус булыуы көтөлә икән, 26-һында +24 градус, 27-һендә һауа температураһы +20 градусҡа тиклем төшәсәк. 28 һәм 29 августа көндөҙ һауа +14, +15 градусҡаса йылына.
Төнгө сәғәттәрҙә лә һыуытасаҡ. Әгәр 25 һәм 26 августа +14 градус булһа, 27-һендә +12 градус ҡына. 28 августа төндә +8 градус, ә 29-ы термометр бағанаһы +5 градусҡаса төшә.
Киләһе аҙнала яуым-төшөм ихтималлығы юғары. 25 һәм 27 августа ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.