

Йәйҙең һуңғы аҙнаһы аяҙ көндәре менән ҡыуандыра. Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы. Һәм фараздар ҙа шатландыра. Синоптиктар йәй аҙағы һәм көҙ башы йылы буласағын вәғәҙәләй.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, август аҙнаһының һуңғы аҙнаһында һауа температураһы көндөҙ +22,+27 градус тәшкил итәсәк. Аҙна аҙағында һыуыта – көндөҙ термометр бағанаһы +11,+14 градусҡа тиклем төшә.
Сентябрь башы ысын мәғәнәһендә йәйге буласаҡ. Метеорологтар әйтеүенсә, сентябрҙең тәүге аҙнаһында көндөҙгө һауа температураһы +22-нән +26 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Төндә лә ярайһы уҡ йылы – +11-ҙән +17 градусҡа тиклем. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.