

Августың һуңғы көндәрендә һауа торошо ныҡ үҙгәрәсәк. Төндә +4 градусҡаса һыуыта, көндөҙ +10 градус була. Сентябрь башында йәнә йәйге һауа торошо ҡайтасаҡ. Синоптиктар август аҙағы һәм сентябрь башына фараз бирҙе.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, термометр бағанаһы 29 августа ҡырҡа түбәнәйә, төнгө һәм көндөҙгө һауа температураһы тигеҙләнә тиерлек. Төнөн +9 градус, көндөҙ бер аҙ йылыраҡ: +12 градус булыуы көтөлә. 30 августа төндә +4 градус, көндөҙ +10 градусҡаса йылынасаҡ.
Айҙың һуңғы көнөндә тағы ла йылыта. Көндөҙ +17 градус, төндә +7 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана. 2 сентябрҙән 7-һенә тиклем көндөҙ +20 һәм унан да юғарыраҡ, ә төндә +15 градусҡаса һалҡын буласаҡ. 2 сентябрҙә көндөҙ һауа +25 градусҡаса йылына. Ошо көндән йәнә ямғыр яуасаҡ.
Сентябрҙең икенсе декадаһында көндөҙ +10, төндә +3 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.