

Августың һуңғы ял көндәре Башҡортостанда ысын мәғәнәһендә көҙгөсә буласаҡ. "Фобос" үҙәге хәбәр итеүенсә, циклон төбәккә ямғыр болоттары менән бергә арктик һауа массаларын килтерәсәк, һәм термометр күрһәткестәре сентябрь нормаһынан да түбәнерәк буласаҡ: көндөҙ +9,+14 градус ҡына.
Әммә Белем көнөнә яҡыныраҡ хәл яҡшырасаҡ. 1 һәм 2 сентябрҙә көндөҙ һауа +18,+21 градусҡаса йылына, ә 3 сентябрҙә термометр бағанаһы +25 градус күрһәтә.
Ғалимдарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йылы миҙгел алға табан шыуа, ә сентябрь көндәре йылыраҡ була бара. Ихтималлыҡ фаразына ярашлы, 2026 йылдың сентябрендә республикала һауа температураһының ыңғай аномалияһы күҙәтеләсәк, ә ҡояшлы көндәр болотло көндәргә ҡарағанда күберәк буласаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.