

Көҙ башы йылы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә термометр бағанаһы +26, +27 градусҡа тиклем күтәрелә. Синоптиктар сентябрҙең тәүге декадаһына фараз бирҙе.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Белем көнөндә +19 градус булыуы көтөлә. 2 сентябрҙә һауа температураһы +23 градусҡаса күтәрелә.
3 сентябрҙән 5-нә тиклем көндөҙ һауа +26, +27 градусҡаса йылына. Төндә +15-тән +20 градусҡаса булыуы көтөлә.
6 һәм 7 сентябрҙә төндә +17 һәм унан юғарыраҡ була, көндөҙ +23, +25 градус булыуы фаразлана.
Һауа температураһының ҡырҡа түбәнәйеүе ямғырҙар килеү менән – 8 сентябрҙән башлана, көндөҙ термометр бағанаһы +15 градусҡа тиклем түбәнәйә, төндә +10 градусҡаса.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.