Ҡырағай мөхит
8 Сентября , 19:02

Ямғырҙар менән бергә һыуыҡ та килә

Күңелде төшөрмәй торайыҡ, йылы кире килер, тиҙәр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ямғырҙар менән бергә һыуыҡ та киләЯмғырҙар менән бергә һыуыҡ та килә
Ямғырҙар менән бергә һыуыҡ та килә

Йылы көндәр яйлап артта ҡала. Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлә. Термометр бағанаһы ҡапыл түбәнгә төшә. Синоптиктар бөгөнгә һауа торошон фаразланы.

Башгидромет белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 9 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +16, +21 градусҡаса йылына.

Кесаҙна төндә лә, көндөҙ ҙә һауа температураһының түбәнәйеүе күҙаллана. Яйлап һыуыта.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева