Ҡырағай мөхит
14 Сентября , 18:45

Йәй китмәҫкә булды

Алдағы көндәрҙә йылыта! Күпмегә тиклем?

Йәй китмәҫкә булдыЙәй китмәҫкә булды
Йәй китмәҫкә булды

Башҡортостанда йәнә йылыта. Синоптиктар ошо арала көндөҙгө температураның +24 градусҡа тиклем күтәрелеүен фаразлай. Башгидромет синоптиктары 15 сентябргә ентекле фараз бирҙе.

Бөгөндән һауа торошо йылылыҡҡа йүнәлеш ала. Һауа температураһы көндөҙ +22 градусҡаса күтәреләсәк. Төндә +9 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.

Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Ямғырҙар урыны менән фаразлана.

Икенсе көндө, 16 сентябрҙә +24 градусҡаса йылыта.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас