

Сентябрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм йылы һауа торошо урынлашты. Көн һайын тиерлек һауа +20 градусҡа тиклем һәм унан да юғарыраҡ йылына.
Синоптиктар һауа торошоноң ҡасан үҙгәрәсәген һәм “әбейҙәр сыуағы”ның ҡасанға тиклем һуҙыласағын хәбәр итте. “Фобос” үҙәге оптимистик күҙаллау бирә һәм сентябрҙең икенсе яртыһында йәйге һауа торошо вәғәҙә итә. Әммә көндөҙгө һәм төнгө температуралар араһында билдәле бер контраст буласаҡ.
20-28 сентябрҙә төнгө сәғәттәрҙә +14-тән +17 градусҡа тиклем, ә көндөҙ +23-тән +26 градусҡа тиклем йылыта, яуым-төшөм көтөлмәй.
Сентябрҙең һуңғы көндәрендә термометр бағанаһы +18, төндә +5 градусҡаса төшә. 6 октябрҙән көндөҙ +10 градустан түбән була, ә төндә +1 градусҡа тиклем һыуыта. Ямғырҙар айырым көндәрҙә яуыуы ихтимал.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.