

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ысын мәғәнәһендә йәйгеләй һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы йәнә +20 градустан юғары күтәреләсәк. Һауа торошоноң ентекле фаразын Башгидрометта иғлан иттеләр.
Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе төндә +2, +7 градус булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа +17, +22 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын булыуы фаразлана.
Йәкшәмбе, 20 сентябрҙә, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Шулай уҡ йылы һәм яуым-төшөмһөҙ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.