

Һауа торошо йылы көндәре менән ҡыуандырыуын дауам итә. Көндөҙ һауа +22,+23 градусҡаса йылына. Республикала йылы оҙаҡҡа һуҙылырмы?
Айҙың һуңғы аҙнаһында – 24-30 сентябрҙә Башҡортостанда йәйге һауа торошо фаразлана. Көндөҙ һауа +23,+24, төндә +14,+15 градусҡаса йылынасаҡ.
Ә октябрь? Синоптиктар ҡыуандырыуын дауам итә. Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, ул да йылы буласаҡ. Октябрь айы аномаль йылы менән башлана: +18,+20 градус. Бындай йылылыҡ айҙың тәүге дүрт көнөндә лә һаҡланасаҡ. Төндә температура +4,+6 градус була.
20 октябргә тиклем синоптиктар көндөҙ ҙә, төндә лә ыңғай температура фаразлай. Көндөҙ +9-ҙан +16 градусҡа тиклем, төндә – +1-ҙән +7 градусҡа тиклем. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Октябрҙең өсөнсө декадаһында ғына температура һиҙелерлек түбәнәйә башлай. Төндә -7 градусҡа тиклем етә, әммә ҡайһы берҙә, болотло көндәрҙә, төнгө һәм көндөҙгө температура тигеҙләнә. Шулай итеп, 23-26 октябрҙә ямғырлы һәм йылы була. Көндөҙ +10 градусҡа тиклем, төндә +4-тән +9 градусҡа тиклем.
27 октябрҙән 29-на тиклем һыуыта. Минуслы температура көндөҙ ҙә көтөлә. Көндөҙ -4, төндә -7 градус була. 28 октябрҙә ҡар яуыуы ихтимал.
30 һәм 31 октябрҙә температура йәнә плюс диапазонына әйләнеп ҡайта. Көндөҙ +2, төндә +1, ямғыр яуыуы көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.