Ҡырағай мөхит
22 Сентября , 19:07

Октябрь менән ноябрь ниндәй булыр?

Ҡар элек ноябрь башында ята ине, быйыл... 

Октябрь менән ноябрь ниндәй булыр?Октябрь менән ноябрь ниндәй булыр?
Октябрь менән ноябрь ниндәй булыр?

Башҡортостанда сентябрь бөтәбеҙҙе лә матур һауа торошо менән ҡыуандырҙы. Көҙ уртаһынан һәм аҙағынан ниндәй сюрприздар көтөргә? Синоптиктар һәм ғалимдар яуап бирҙе.

Башгидрометтан аңлатыуҙарынса, был аҙнала республикала “әбейҙәр сыуағы” дауам итә. Был көҙгө йылылыҡтың классик осоро. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ул, ҡағиҙә булараҡ, сентябрҙең икенсе яртыһында күҙәтелә.

Октябрь һәм ноябрь айҙары ниндәй сюрприздар әҙерләй? Климатологтар мәғлүмәттәре буйынса, октябрь республикала ғәҙәттә “плюслы” булып ҡала. Урал алды өсөн климат нормаһы +3,9 градус, таулы өлөшөндә +1,8 градус, ә Урал аръяғында+2,9 градус тәшкил итә. Өҫтәүенә, оҙайлы күҙәтеүҙәр тарихында октябрь һуңғы йылдарҙа йылыраҡ була бара. Быйыл да норманан йылыраҡ булыр тигән фараздар бар.

Ҡар ҡасан ята? Был һорау күптәрҙе борсой. Климат нормаларына ярашлы, Башҡортостанда тотороҡло ҡар ҡатламы ғәҙәттә 3 ноябрҙән (көньяҡ Урал һәм республиканың төньяғы) һәм 20 ноябргә тиклем (Урал алдының көньяҡ өлөшө) урынлаша. Әммә һуңғы йылдарҙа ноябрь ҙә йылыраҡ була бара. Ошо сәбәпле ҡыш быйыл да һуңлар кеүек: ҡар ғәҙәти ваҡыттан һуң ятасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас