Ҡырағай мөхит
23 Сентября , 19:30

Йәйгеләй йылы көндәр артта ҡала

Бөгөндән һыуыта башлай... 

Йәйгеләй йылы көндәр артта ҡалаЙәйгеләй йылы көндәр артта ҡала
Йәйгеләй йылы көндәр артта ҡала

Аномаль йылы һауа торошо республиканың бөтә территорияһында һаҡлана. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, әле һауаның уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 4-6 градусҡа юғарыраҡ.

22 сентябрҙә, һауа көндөҙ уңайлы +21, +27 градусҡа тиклем йылынды. Бындай йәйге күрһәткестәр 24 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Аҙнаның икенсе яртыһынан республикаға төньяҡ-көнбайыш сығышлы антициклон килә. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә һыуытыу көтөлә. Төндә термометр бағанаһы +1, +6° тиклем төшә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа бер аҙ ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ +15, +21 градусҡаса йылыта.

Ямғырҙар булмауы һәм ҡоро һауа торошо киләһе аҙна башына тиклем һаҡланасаҡ. Синоптиктар билдәләүенсә, килеп тыуған шарттар аграрийҙар өсөн уңайлы — улар урып-йыйыу эштәрен штат режимында дауам итергә һәм тамамларға мөмкинлек бирәсәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас