

Башҡортостанда, һауа температураһының түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, әбейҙәр сыуағы тамамланмай. Октябрҙә лә һауа торошо аномаль йылы буласаҡ.
Мәҫәлән, “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала аяҙ һәм йылы һауа торошо 1 октябргә тиклем һаҡлана. Был көндәрҙә һауа температураһы +17, +21 градусҡаса йылы буласаҡ. 2 октябрҙән термометр бағанаһы +6 градусҡа тиклем төшә. Әммә 6 октябрҙән төбәктә йәнә +11, +16 градусҡаса йылыта, был көҙ уртаһы өсөн аномалия булып тора.
Дөйөм алғанда октябрь йылы буласаҡ. Өсөнсө декадала һиҙелерлек һыуытыу күҙаллана. 27 октябрҙән һауа температураһы көндөҙ минуслы буласаҡ. 28 октябрҙә тәүге ҡар яуыуы фаразлана.
Автор фотоһы.