

Башҡортостанда һауа температураһының тәүлек әйләнәһенә үҙгәреүе көтөлә. Һауа торошоноң ентекле фаразын республика синоптиктары әҙерләгән.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 30 сентябрҙә, төбәк биләмәһендә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +1,+6 градус тәшкил итәсәк, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе ихтимал, 0,-3 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ һауа +16,+21 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
Ел көнсығыштан төндә көсһөҙ, көндөҙ уртаса булыуы көтөлә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда һауа торошон төньяҡ-көнбайыш антициклон билдәләй. Һауа шарттары уңайлы, яуым-төшөм фаразланмай.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.