Ҡырағай мөхит
30 Сентября , 19:54

Ҡар яуа, боҙлауыҡ көтөлә

Әбейҙәр сыуағы бөттө...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡар яуа, боҙлауыҡ көтөләҠар яуа, боҙлауыҡ көтөлә
Ҡар яуа, боҙлауыҡ көтөлә

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана. Был хаҡта Бащгидромет синоптиктары хәбәр итә. Уларҙың фаразы буйынса, октябрь башы һалҡын буласаҡ. Бының сәбәбе – төньяҡ Ҡаҙағстандан килгән арктик циклон.

Был эш аҙнаһының аҙағында һәм ял көндәрендә төнгө температура +1,-4, көндөҙ +2,+7 градусҡаса түбәнәйә. Һауаның уртаса тәүлек температураһы 0,+2 градус тәшкил итәсәк, был климат нормаһынан 5-7 градусҡа түбәнерәк.

Бынан тыш, синоптиктар ямғыр һәм ҡар рәүешендә яуым-төшөм фаразлай. Ҡайһы бер райондарҙа ваҡытлыса ҡар япмаһы барлыҡҡа киләсәк. Төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.

Киләһе аҙна башында циклон Башҡортостандан китә. Һауа торошо яйлап яҡшыра башлай.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Автор:Альфия Мингалиева