Ҡырағай мөхит
3 Октября , 18:15

Быйыл ҡыш ниндәй булыр?

Ғинуар һәм февраль ғәҙәттәгенән йылыраҡ буласаҡ, ә ҡалған айҙар...

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл ҡыш ниндәй булыр?Быйыл ҡыш ниндәй булыр?
Быйыл ҡыш ниндәй булыр?

Башҡортостанда быйыл көҙ аҙағында, ҡыш һәм иртә яҙҙа ниндәй һауа торошо буласағы хаҡында хәбәр иттеләр. Башгидромет синоптиктары һалҡын осорға температура режимының ихтималлыҡ фаразын баҫтырып сығарҙы. Был мәғлүмәттәргә ярашлы, ғинуар һәм февраль ғәҙәттәгенән йылыраҡ буласаҡ, ә ҡалған айҙар ғәжәпләндермәйәсәк.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хеҙмәткәрҙәре октябрҙә һауа торошоноң сағыштырмаса йылы буласағын фаразланы. Һауа температураһы нормаға ярашлы — уртаса +4,3 градус. Шул уҡ ваҡытта +1 градусҡа тиклем аномалия булыуы ихтимал.

Быйыл ноябрь һәм декабрь айҙарында ла һауа торошоноң нормаға ярашлы булыуы көтөлә. Ноябрь өсөн был -4,4 градус, декабрь өсөн – -10,8 градус тирәһе. Әммә ноябрҙә аномалия -1 градусҡа тиклем, ә декабрҙә, киреһенсә, +1 градусҡа тиклем булыуы ихтимал.

Ғинуарҙа һауа торошоноң нормаға ярашлы булыуы көтөлә, йәғни +1 градусҡа тиклем аномалия менән -12,5 градус тирәһе. Әммә төньяҡ-көнбайышта ғәҙәттәгенән йылыраҡ буласаҡ, фаразланған аномалия +1 градустан артасаҡ.

Февраль айы йылы буласаҡ. Уртаса температура норманан юғарыраҡ, йәғни -11,7 градустан юғарыраҡ, аномалия ла +1 градустан юғары буласаҡ, тип фаразлана.

Март бер ни менән дә ғәжәпләнмәйәсәк, температура нормаға яҡын буласаҡ, йәғни +1 градусҡа тиклем аномалия ихтималлығы менән -5,1 градус тирәһе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был фараз 55-81 процент ихтималлығы менән аҡлана. Мәлдә барыһы ла үҙгәрергә мөмкин. Ихтималлыҡ прогнозы ҡыҫҡа ваҡытлы фараздар менән төҙәтеләсәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева