

Башҡортостанға киренән йылы көндәр килә. Термометр бағанаһы көндөҙ +14 градусҡаса күтәреләсәк. Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы.
Башгидромет белгестәре мәғлүмәте буйынса, 7 һәм 8 октябрҙә көндөҙ ярайһы уҡ йылы һауа торошо көтөлә.
7 октябрҙә төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +7, +12 градусҡаса күтәрелә.
8 октябрҙә яуым-төшөм өлөшөндә һауа торошо үҙгәрмәй, шулай уҡ ел иҫәсәк. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә 0, +5 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +9, +14 градусҡаса йылына.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.