

Башгидромет синоптиктары быйылғы ҡышҡа яҡынса фараз баҫтырып сығарҙы. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда ҡыштың ярайһы уҡ йылы һәм ҡарлы булыуы көтөлә.
Декабрҙә һауа температураһының норма тирәһендә (яҡынса -10,8 градус) +1 градусҡа тиклем аномалия булыуы ихтимал. Ғинуарҙа температура норма сиктәрендә, йәғни -12,5 градус тирәһендә фаразлана, әммә республиканың төньяҡ-көнбайышында термометр бағанаһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ күтәрелергә мөмкин. Февралдә айырыуса һиҙелерлек йылыныу көтөлә: температура норманан (-11,7 градус) бер градустан ашыуға юғарыраҡ буласаҡ.
“Фобос” үҙәге белгестәре ҡыш йылы ғына түгел, ҡарлы ла буласағы тураһында иҫкәртә. Ғинуарҙа яуым-төшөм норманан 30-40 процентҡа күберәк булыуы ихтимал.
Синоптиктар шулай уҡ һауа температураһының ҡапыл үҙгәреү ихтималлығын билдәләй, ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтар иреү менән алмашынасаҡ. Бындай тотороҡһоҙ һауа торошо хәүефле метеорологик күренештәр, шул иҫәптән ҡар бурандары һәм боҙлауыҡ өсөн шарттар тыуҙыра ала.
Белгестәр әйтеүенсә, оҙайлы прогноз ихтималлыҡ характерында: һуңғы 15 йылда уның аҡланыуы 55-81 процент тәшкил иткән. Ҡыш дауамында мәғлүмәттәр айлыҡ һәм декада төҙәтмәләре менән аныҡланасаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.