

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо дауам итә. Был барыбыҙға ла бик оҡшай, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта көҙ барыбер үҙенекен аласағы аңлашыла. Һәм ахырҙа температура түбәнәйә, һыуыҡтар башлана һәм ҡар ҡатламы урынлашасаҡ. Был хәл ҡасан буласағы тураһында “Фобос” үҙәге синоптиктары һөйләне.
Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, тиҙҙән ҡар яуасаҡ. 18 октябргә тиклем йәйгесә йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, көндөҙ +18,+20 градусҡаса йылы буласаҡ. 19-20 октябрҙә һауа температураһы яйлап түбәнәйә башлай һәм 21-22 октябрҙә 0,-2 градусҡа етә. Тап ошо көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә. Әммә был һыуытыу ваҡытлыса буласаҡ.
23 октябрҙән йәнә йылыта. Әлбиттә, әлеге кеүек түгел. Әммә ышаныслы плюс көндөҙ ҙә, төндә лә һаҡланасаҡ. Өҫтәүенә яуым-төшөм көтөлмәй. Ноябрь айы ла йылы һауа торошо менән башланасаҡ. Әммә ямғыр яуасаҡ. Һәм 7, 8 һәм 9 ноябрҙә генә температура кире кимәлгә төшә. Көндөҙ -2, төндә -5-тән -8 градусҡа тиклем. Ҡар яуасаҡ. Әммә ул тағы ла ваҡытлыса буласаҡ. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 10 ноябрҙән ай аҙағына тиклем тиерлек термометр бағанаһы нулдән юғарыраҡ һәм нулгә яҡын торасаҡ. Ноябрҙә иң күп ямғыр яуыуы көтөлә. Даими ҡар ҡатламы, күрәһең, декабрҙә генә урынлашасаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.