

Октябрь тамамлана, ә Башҡортостанда һаман йәйге йылы тора. Синоптиктар бына-бына “һыуыта” тип фаразлаһа ла, әллә ни һыуытыу ҙа юҡ кеүек. “Фобос” үҙәге метеорологтары октябрь аҙағында һәм ноябрҙә Башҡортостанда һауа торошо хаҡында һөйләне.
Синоптиктар фараздарында йәнә һауа торошо аномалиялары билдәләре күренә. Октябрь аҙағы йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Көндөҙгө температура ай аҙағына тиклем +9,+11 градус тәшкил итәсәк. Төндә +5,+6 градус.
Ноябрҙә ямғыр яуасаҡ. 7, 8 һәм 9 ноябрҙә генә кире температура фаразлана. Был көндәрҙә ҡар яуасаҡ. Әммә һуңынан тағы ла йылыта. Һәм ай буйына ҡояшты күрмәйәсәкбеҙ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта температура ыңғай буласаҡ. Көндөҙ 0-дән +6 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Төндә -3, +2 градус.
Автор фотоһы.