Ҡырағай мөхит
20 Октября , 19:32

Беренсе ҡар яуыр көн билдәле

Тик әле генә ҡар ятмаҫ...

Добавить в предпочтительные источники Google
Беренсе ҡар яуыр көн билдәлеБеренсе ҡар яуыр көн билдәле
Беренсе ҡар яуыр көн билдәле

Быйыл Башҡортостанда көҙ ҡыуандырҙы. Йәйге йылылыҡ сентябрь һәм октябрҙең ике декадаһында тиерлек һаҡланды. Әммә ошо көндәрҙә республикаға ысын көҙ килде. Хәҙер күптәрҙе тәүге ҡарҙың ҡасан яуыуы ҡыҙыҡһындыра.

“Фобос” үҙәге синоптиктары фекеренсә, әлегә һыуыҡтар һәм ҡар тураһында уйларға иртәрәк. Октябрь аҙағына тиклем республикала сағыштырмаса йылы һәм ҡояшлы һауа торошо торасаҡ. Көндөҙ һауа +10, +12 градусҡаса йылына, төндә +5, +7 градус була.

Ноябрь башында һыуытасаҡ. Һауа температураһы 0, +2 градусҡаса түбәнәйәсәк, ямғырлы буласаҡ. Төбәктә тәүге ҡар 7-9 ноябрҙә фаразлана, был көндәрҙә температура нулдән түбән төшәсәк. Ләкин унан һуң кире йылыта, йәғни ҡар әле генә ятмаясаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Автор:Альфия Мингалиева