Ҡырағай мөхит
23 Октября , 09:10

Көҙгө ямғырҙар ҡасан башланыр?

Әлегә ҡоро. Артабан ҡар, тик шунан һуң ғына ямғырҙар көтөлә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙгө ямғырҙар ҡасан башланыр?Көҙгө ямғырҙар ҡасан башланыр?
Көҙгө ямғырҙар ҡасан башланыр?

Башҡортостанда ғәжәп ҡояшлы, аяҙ һауа торошо тора. Эйе, һыуыта, йәйге йылы китә, әммә, бәхеткә күрә, ямғырҙар юҡ, ҡоро. Синоптиктар был рәхәтлектең ҡасан бөтәсәген һәм ямғыр яуасағын һөйләне.

“Фобос” үҙәге метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, октябрь аҙағына һәм ноябрҙең тәүге дүрт көнөнә тиклем Башҡортостанда ҡоро, ҡояшлы һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙгө температура +11,+12 градус билдәһендә тотороҡло торасаҡ. Төндә лә йылы буласаҡ – +5-тән +10 градусҡа тиклем.

Ҡыҫҡа ваҡытлы һыуытыу 6 ноябрҙә көтөлә. Термометр бағанаһы төндә -5, көндөҙ -2 градусҡа тиклем төшәсәк. Өс көн – 7, 8 һәм 9 ноябрҙә ҡар яуасаҡ.

Әммә һуңынан йәнә йылытасаҡ һәм Башҡортостанда ямғыр яуа башлай. Көндөҙгө температура нулдән саҡ ҡына юғарыраҡ торасаҡ. Ноябрь аҙағына тиклем ямғыр яуасаҡ тип фаразлана.

 

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева