

Айтуған Фәттәховтың агрокомплексы район үҙәгенән бер нисә саҡрымда ғына ятҡан Айғырбатҡан утарында урынлашҡан. Йылҡы көтөүенән тәүҙә сатан ҡолон юғала. Аҙаҡ инде йәш ярымлыҡ тай ҙа юҡҡа сыға.
Фермер был хәлгә асыҡлыҡ индерер өсөн фотокамера урынлаштыра. Шунан белә лә инде уның йылҡыһына кем ҡул һуҙғанын. Утарҙан бер саҡрым алыҫлыҡта инә айыу ике балаһы менән бер нисә көн рәттән йәшереп киткән табыштарын ашарға килә. Тамаҡ туйҙырырға ҡабан сусҡаһының килеп киткәне лә камераға эләгә.
Һуңғы йылдарҙа айыуҙар күбәйҙе. Улар малға ғына түгел, кешеләргә лә хәүеф менән янай башланы. Хәҙер айыу алған һунарсыға 50 мең һум түләнә, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Фото: А. Фәттәховтың архивынан.