Мин уны беренсе тапҡыр “Өлгөлө ғаилә” конкурсында күрҙем. Ул унда йырсы булараҡ сығыш яһаны. “Сәхнәлә үҙен тотошо, йомшаҡ бәрхәт тауышлы моңо менән айырылып торған шәп йырсы быға тиклем ниңә күренмәне икән?” тигән һорау тыуҙы шул мәлдә. Исеме лә ниндәй бит әле – Илһам!
Ә күп тә үтмәй, уның үҙе менән әңгәмәләшергә насип булды. Баҡтиһәң, Илһам Абдуллин Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы психология һәм педагогика факультетының 2-се курсы студенты икән.
Тәү ҡарашҡа 20-22 йәштән артыҡ биреп булмаған егет редакцияға килеп ингәс, был йәш кенә, йүнләп донъя күрмәгән бала нимә генә һөйләр икән, тип уйлап ҡуйғайным. Әммә әңгәмәсем, һис мин уйлағанса түгел, киреһенсә, утты-һыуҙы кискән тигәндәй, донъя күргән кеше булып сыҡты.
Быға тиклем Өфө автотранспорт колледжында, Стәрлетамаҡ физик культура колледжында уҡырға ла, армияла хеҙмәт итергә лә, Стәрлетамаҡта “Сода” берекмәһендә, Салауатта “ГазпромнефтехимСалауат” акционерҙар йәмғиәтендә (заводта), хатта Себер тарафтарында эшләп алырға ла өлгөргән. Үҙенең тормош юлын бер-бер артлы күҙ алдына баҫтырып, ашыҡмай ғына бәйән итте ул.
– Илһам, йырлағаныңды үҙем күргәс, шуны әйтә алам: тел тейгеһеҙ, ҡойоп ҡуйған артист икәнһең. Ә шулай ҙа үҙең уҡыуҙа ла, эштә лә тигәндәй, сәнғәт йүнәлешен һайламағанһың...
– Ысынлап та, күптәр миңә сәнғәт институтына барыр тип өмөт бағлай ине. Әммә мин йырҙы икенсе һөнәрем, хобби (шөғөлөм) итеп кенә күрҙем. Мәктәптә уҡығанда уҡ шундай маҡсат ҡуйҙым. Ғөмүмән, мин үҙем өсөн генә йырлайым. Үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарар өсөн төрлө урындарҙа эшләп тәжрибә тупланым.
Ә шулай ҙа һәр ваҡыт йырға тартылдым. Себерҙән ҡайтҡас, музыка аппаратураһы һатып алдым. Үҙем сценарийҙар төҙөп, юбилейҙар, никах туйҙарын алып барыусы булып эшләй башланым. Үҙем һөйләйем дә, йырлайым да. Һәр ваҡыт үҙемдең тауыш менән, йәғни “тере тауышҡа” йырлайым, бер ҡасан да фонограммаға йырлағаным юҡ. Сәхнәлә юғалып ҡалмайым, әлбиттә, тулҡынландыра, әммә үҙемде психологик яҡтан яйға һалыу бер, тауышты ла контролдә тоторға кәрәк. Тере тауыш шулай талап итә.
– Туйҙар хәҙер башлыса эскеһеҙ (араҡыһыҙ) үтә, ә шулай ҙа ҡайһы берҙә спиртлы эсемлектәр менән күңел асырға яратыусылар ҙа була. Ошондай шарттарҙа үҙеңде нисек тотаһың, ҡунаҡтарҙың күңелен күрер өсөн бергә ҡушылып эскән саҡтар буламы?
– Эскән кеше нисек күңел аса, мин дә, эсмәйенсә лә, бына тигән яҡшы кәйефтә йөрөйөм. Минең өсөн эсеп алыу “асҡыс” түгел.
– Йырға һөйөү ҡайҙан килә?
– Үҙем Ишембай районы Маҡар ауылынанмын. Маҡар – үҙе бер талант ояһы. Уның тәбиғәте үҙе йырлап тора! Әсәйем Гүзәлиә Миңнияр ҡыҙы моңло йырлай, гармунда ла уйнай, әсәйемдең бер туған ҡустыһы Ибрайҙа йәшәгән Айҙар ағайым гармунда уйнай, үҙе йырлай. Атайым Рәйнис Риф улы Маҡар урман хужалығы начальнигы ине, моңға ғашиҡ кеше, ул шулай уҡ спорт буйынса мастер булды. Үкенескә ҡаршы, был донъянан иртә китте. Бәләкәйҙән ошондай иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр араһында үҫеү йыр-моңға ҡыҙыҡһыныу уятты.
Маҡар мәктәбендә данлыҡлы Мәрйәм Солтанованың (Ишембай балалар мәктәбе филиалы) балалар музыка мәктәбендә шөғөлләндем, ошо мәктәпте Ҡыҙыл таныҡлыҡ менән тамамланым. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы минең йырға тартылыуымды күреп, ошо һәләтемде күтәреп ебәрҙе. Хор менән йырлағанда һәр ваҡыт солист итеп ҡуйҙы. Үҙем айырым да йырлай торғайным. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып урындар алдым, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙына, музыка мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәтлемен. Мәрйәм апай үҙе көйҙәр ҙә яҙа. Уның “Ҡыҙҙар тауы” һәм башҡа байтаҡ йырҙарын йырлайым. Мәрйәм Солтанова ойошторған музыка мәктәбенә быйыл 25 йыл булды.
Әйткәндәй, 2016 йылда Маҡар мәҙәниәт йортона бер аҙ художество етәксеһе булып эшләп алдым.
– Ә шулай ҙа ни өсөн психология һәм педагогика факультетын һайларға булдың?
– Бында студенттар менән уҡытыусылар араһында йылы мөнәсәбәттәр һалынған. Ихлас аралашыу мөхите. Шуға бында бер-береңде күптән белгән һымаҡ, тиҙ өйрәнәһең. Факультет деканы Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина үҙе лә ижади ҡарашлы, студенттарға ҡарата иғтибарлы. Ғөмүмән, беҙҙең факультет - ижад һөйөүсән факультет. Һәр ваҡыт йыр-моңдан гөрләп тора. Беҙҙең факультет дөйөм ижадҡа ынтылышлы тип әйтhәм дә яңылыш булмаҫ. Бында ҙур тамаша залы бар, һәр байрамда концерттарҙа ҡатнашам. Бында үҙеңде үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп. Былтыр “Йөрәк һүҙе” конкурсында ҡатнаштым. Рәшит Шәкүрҙең “Тел диңгеҙе” шиғырын уҡыным. Бына хәҙер ҡала кимәлендә лә йыш сығыш яһарға тура килә. Был факультет миңә әсәйем уҡыған факультет булараҡ та күңелемә яҡын. “Вечный студент”мын (көлә).
Психология факультетына килеү минең сәнғәт тормошомдо нығыраҡ асты. Аҡты ҡаранан айырырға, кешенең эске донъяһын уҡырға өйрәндем. Тормош мәктәбен үттем тип әйтә алам, күп эштәрҙә эшләнем, күп кешеләр менән аралаштым. Аралашыу даирәм киң, әммә яҡын дуҫтарым һанаулы ғына.
– Артабан сәнғәт буйынса уҡырға уйың юҡмы?
– Алға план ҡорорға яратмайым, уныһын киләсәк күрһәтер. Ҡырҡ ҡат үлсәп тормайым, мөмкинлектән сығып эш итергә яратам. Сәнғәт ул, күптәр уйлағанса, еңел нәмә түгел. Сәнғәткә барып уҡының да йырсы булып киттең тигән һүҙ түгел бит әле. Йырлаусылар күп, ысын йырсылар аҙ. Йырсы, минең уйлауымса, үҙенә генә хас тауышы, моңо менән алдырырға тейеш. Миңә ҡалһа, баһаны профессионалдар ғына бирә ала. Ваҡытында ғәҙел баһаланмайынса күпме таланттар юғалып ҡала. Һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы кәрәк. Күтәрмәләп ебәрергә кәрәк. Әсәйем һәр саҡ ошо теләгемде хуплап, “булдыраһың!” тип дәртләндереп тора. Мин үҙ көсөм менән юл ярырға тырышам. Үҙ йондоҙло сәғәтемде көтәм.
– Кемдәрҙе кумирым тип әйтә алаһың?
– Кумирҙарым – йөрәгенән сығарып йырлай торған йырсылар: Фидан Ғафаров, Хәниә Фәрхи, Айҙар Ғәлимов, Азамат Тимеров, Ғәли Хәмзин, Ирек Ноғоманов һәм дә минең күрше Ибрай ауылынан Риза Мәһәҙиев ағайҙың (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе хәҙер беҙҙең арала юҡ инде) йырҙарын яратам. Минең быуын кешеләре өсөн ошо йырсылар йыр сәнғәтенең өлгөһө булып тора, тип уйлайым.
Иң беренсе яратып йырлаған йырым Риза Мәһәҙиев башҡарыуында “Яратыу” йыры. Үҙе иҫән саҡта күрешеп һөйләшеп ултырғанда: “Ҡустым, матур йырлайhың, – тип, йырҙың “минусовкаhын” биргәйне.
– Халыҡ күңелен яуларҙай йырсы булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк тип уйлайһың?
– Йырлар өсөн дәрт кәрәк, тормошҡа ғашиҡ булыу кәрәк. Тормоштоң һәр мәленә һоҡланып йәшәү мөһим. Мәҫәлән, мин үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡанда ҡояш байышына ҡарап, тауҙарға менеп һоҡланып ҡарап торорға яратам. Тәбиғәттән илһам алам. Сәхнәлә юғалып ҡалмайым, әлбиттә, тулҡынландыра, әммә үҙеңде психологик яҡтан яйға һалыу бер, тауышты ла контролдә тоторға кәрәк. “Тере тауыш” шулай талап итә.
Шиғыр һөйләгәндә лә, йырлағанда ла уның менән бергә йәшәргә, асылына төшөнөп һине тыңлаусыға еткерергә кәрәк. Үҙеңдең моңоң менән уҡыусыны арбайһың. Күп йырсылар әйтмешләй, йырҙа йәшәргә кәрәк. Юлда китеп барғанда ла йырлап барырға яратам, ә бит юлда йырлаған йырҙар – иң ихлас, йөрәктән сыҡҡан йырҙар.
Дәртләнеп эшләп тә йөрөйөм, дәртләнеп уҡыйым да. Уҡыу ҙа еңел бирелә.Үҙемдең ижадташ дуҫтарым бар, бергәләп көйҙәр яҙабыҙ. Үҙ юлым бар тип әйтә алам.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Илһам! Киләсәктә лә илһамланып ижад итергә, эшләргә, йәшәргә яҙһын! Йыр һәр ваҡыт ҡанатың булһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
Индира КАМАЛОВА һәм Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.