Бөтә яңылыҡтар

Һыу буйында балыҡсы...

Иң тулҡынландырғыс минуттар – ҡалҡыуыстың батыуылыр ул.

Бынан бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ районында, дөрөҫөрәге, Торатау аҫтында, Башҡортостан Республикаһының ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа балыҡ тотоу буйынса асыҡ беренселеге үткәйне. Унда йөҙгә яҡын балыҡсы үҙ көсөн һынап ҡараны. Минең янымда оҙон ғына кәүҙәле егет ултырҙы һәм ярайһы уҡ уңыштарға өлгәште.

 

– Ҡустым, һин оҫта балыҡсы икәнһең, ҡайҙан килдең? – тигән һорауға:

– Стәрленән, был ергә балыҡҡа аҙнаһына бер-икене килеп китәм, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы.

Исем-шәрифен яҙып алғайным, ниһа­йәт, осрашырға насип булды. Әңгәмәсем йор һүҙле, алсаҡ булып сыҡты.

– Мин Ринат Миңлеғәле улы Абдуллин булам. Сығышым менән Ауырғазы районының Сулпан ауылынанмын, әммә әрме сафынан һуң Стәрлетамаҡ ҡала­һын­да төпләндем. Йәшәгән ерем оҡшай, беренсенән, матур, таҙа, икенсе­нән, ауылға ла алыҫ түгел. Ике аҙнаға бер бул­һа ла туғандарға ҡайтып, ярҙам итеп китәбеҙ. Үҙем һәр ваҡыт рулдәмен, йөк ташыйым, – тип үҙе менән яҡындан таныштырҙы Ринат.

 

– Ял итергә ваҡытың ҡаламы һуң?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Әлбиттә, рәхәтләнеп көн һайын балыҡҡа йөрөйөм, тип әйтә алмайым, әммә форсат табып, барырға тырышам. Әйткәндәй, беҙҙең ауыл янында бер бәләкәй шишмәнән башҡа йылға юҡ, уның ҡарауы тыуған ауылымды ян-яҡтан эреле-ваҡлы күлдәр, быуалар уратып алған. Бәләкәй саҡтан ошо күлдәрҙә балыҡ ҡар­маҡлайым. Үҫә төшкәс, Балыҡ­лы­күлгә йөрөй башланым, эре балыҡ тотҡо килә бит инде.

 

– Үҙегеҙҙе оҫта балыҡсы тип һанайһығыҙмы?

 

Ринат АБДУЛЛИН: 

– Юҡ, әлбиттә. Минеңсә, оҫта балыҡсы бөтә төр балыҡ тотоу ҡоралдары менән дә эш итә белергә тейеш. Мин әле ул кимәлгә етмәгәнмен. Балыҡсылар­ҙың төрлө ярыштарын күҙәтеп барам, белмәгәндәремде өйрәнәм.

– Шулай ҙа нимәне, ниндәй ҡоралды нығыраҡ яратаһың?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу оҡшай. Ул – балыҡ тотоуҙың классик өлгөһө тип һанайым. Малайымды ла ҡалҡыуыслы ҡар­маҡҡа өйрәттем. Иң мауыҡтырғыс минуттар – ҡалҡыуыстың батыуылыр ул, бигерәк тә эре табан йәки һаҙан эләккәндә. Хатта, ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡайһы берҙә шундай минуттар төшкә инә.

 

– Ринат ҡустым, йылғала ла тотҡаның бар­ҙыр? Һиңә ниндәй балыҡ­тар нығыраҡ оҡшай?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтәйем: йылға балығы тәмлерәк шул, бигерәк тә бәләкәй тау йылғаларыныҡы, шуға күрә уларҙағы ҡомтойҙо ла, сабаҡты ла ихлас тотам. Һуңғы йылдарҙа йылғаларҙың торошо әллә ни иғтибарға алынмай китте. Ошо мәсьәлә мине ныҡ борсой. Ҡайҙа етте, шунда быуа яһау, сүп-сар ташлау – былар барыһы ла улар­ҙың һайығыуына, ярҙарының үҙгәреүенә килтерә. Заводтарҙан аҡҡан бысраҡ һыу тураһында әйтеп тә тормайым.  Тәбиғәтебеҙгә ҡарата һаҡсылыраҡ, аяулыраҡ булһаҡ ине.

– Эйе, һинең әйткәндәреңдә дөрөҫлөк бар. Һөйләшеүҙе яңынан балыҡсылыҡҡа ялға­йыҡ әле:  кем һине балыҡ тоторға өйрәтте?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Был шөғөлгә күрше ағайҙарға ҡарап өйрәндем тиһәм, яңылыш булмаҫ. Беҙ ауылда олораҡ йәштәге ағайҙарға эйәреп үҫтек, ҡармаҡ ебе өҙөлһә, өйрәтә-өйрәтә ялғап бирерҙәр ине. Хәҙер ҙә уларға рәхмәт тойғоһо һаҡлайым. Һары табан балығын эҙләп, әллә ҡайҙарға барып сыға инек.

 

– Ҡышҡы балыҡ тотоуға нисек ҡарайһың? Ҡайһы берәүҙәр йәйгегә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата бит...

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Кемгә нисектер, әммә миңә оҡшай. Йылы кейемең булһа, миҙгелгә ярашлы кәрәк-яраҡ ала­һың да әйҙә һыу буйына! Тик бер нимәне оноторға ярамай: боҙ өҫтөндә хәүефһеҙлек сараларын ту­лы­һынса үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, мин ҡышҡы төндә балыҡҡа бө­төнләй йөрөмәйем. Ҡыш ҡармаҡ­лау­ҙың бер матур яғы бар: мәке уяһың да сихри һыу аҫты донъя­һына – балыҡтар батшалы­ғына ем ташлайһың һәм, нимә эләгерен белмәһәң дә, өмөтләнеп мәкеңә текәләһең. Был, ысынлап та, сихри күренеш!

– Балыҡҡа барып та, та­бышһыҙ ҡайтҡаның булдымы?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Буш ҡайтһам да, бер ҙә бошонмайым – була торған хәл. Минең өсөн тәбиғәт ҡосағында ял итеү мөһимерәк, берҙән, тирә-йүн менән аралашаһың, икенсенән, күңел дә, тән дә ял итә. Тәбиғәттә булыу кешене сыныҡтыра, һөҙөм­тәлә сир-сырхауға ла бирешеп бармайһың.

 

– Диңгеҙ балыҡтарында файҙалы матдәләрҙең, вита­миндарҙың күплеген беләбеҙ. Уларҙы ашайһыңмы?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Ғаиләм менән бөтә төр балыҡтарҙы ла ашарға яратабыҙ. Ғөмүмән, бөтә балыҡ ризыҡтары ла файҙалы.

 

– Йылтырмаға балыҡ то­таһыңмы?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Эйе, бигерәк тә көҙ көнө. Элегерәк өйрәнергә форсат тей­мәй йөрөгәйне, бер дуҫым тәҡдим итте. “Әйҙә, ҙур балыҡтар тотор­һоң, ҡасан да булһа, барыбер өй­рәнергә тура киләсәк”, – тип үҙе менән алып китте. Тәүҙә ташлауы мәшәҡәтлерәк булһа ла, тора-бара ҡәҙимге өйрәнеп алдым. Суртан ҡабыуын күреү үҙе бер бәхет бит инде балыҡсыға!

– Ринат ҡустым, балыҡты боронғораҡ ысул менән тотоп ҡарағаның булманымы?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Элек суртанды мәскәүләп күп тотҡандар. Башлыса ат ҡойро­ғо­нан ишеп эшләнгән мәскәү ҡуллан­ған­дар. Хәҙер бының өсөн еҙ ти­мерсыбыҡ яҡшы. Мин суртанды шул ысул менән тоторға әүәҫмен. Көҙ етеү менән йыртҡыс балыҡҡа һунарға сығам.

 

– Һәр балыҡсы өсөн йылға-күл буйына йыйыныу үҙе бер йола башҡарыу кеүек. Һин эште нимәнән башлайһың?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Башҡалар нисектер, мин башта ҡармаҡҡа эләктерер өсөн емде һалам, шунан һуң яр буйында тәғәм итергә ризыҡ йүнләйем. Ас көйөнсә балыҡ тоторға яратмайым (көлә). Тағы ла бер ырымым бар: онотҡан әйберемде юллап кире килмәйем. Һыу буйында балыҡсылар бер-береһенә ихлас ярҙам итә ул.

 

– Ә күңелеңдә балыҡсы булыу теләге уянған мәлдә ҡул аҫтыңда ҡармаҡ­тарың бар инеме?

Ринат АБДУЛЛИН:

– Ҡайҙан булһын инде! Уларҙы үҙебеҙ әтмәләп, ҡармаҡ сыбығын урмандан ала инек. Шулай ҙа ярты йылға бер килгән ҡырҡ­тарт­масынан ырғаҡтарҙы, ҡармаҡ ебен йомортҡаға, игенгә алмаштырып ала торғайныҡ. Хәҙерге күҙлектән ҡара­ғанда, бигерәк ҡыҙыҡ булған, әммә ысынлап та шулай булды.

 

– Ғаиләң менән дә яҡын­даныраҡ таныш­тырһаң ине. Ҡатының был шөғөлөңдө яратамы?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Беҙ өсөбөҙ ҙә – ҡатыным Ле­на, улым Рунис тә тәбиғәт ҡо­са­ғы­на ынтылып торабыҙ. Киленем дә беҙҙең менән ихлас йөрөй. Хә­ҙер олатай булғаныма ихлас ҡы­уанам.

 

– Балыҡты үҙең бешерә­һең­ме?

 

Ринат АБДУЛЛИН:

– Тотҡан табышымды үҙем таҙартам, ҡыҙҙырам да, һурпаны ла тәмле бешерәм. Мин ҡурылған балыҡҡа өҫтөнлөк бирәм, бала­лар­ға, әлбиттә, һурпа кәрәк.

 

– Водитель булғас, һеҙ һәр ваҡыт юлда. Машинағыҙ төҙөк булһын, үҙегеҙ ауырымағыҙ. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Әсләм Камалов

Читайте нас: