Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
9 Июль 2021, 18:09

Бейеү менән йыр-моң ҡауышты

Көндөң бер аҙ һалҡынайтып тороуы ла сит ил вәкилдәрен ҡурҡытманы.

Йыр-моңға бай, мәҙәниәткә ғашиҡ әбйәлилдәр Бөтә донъя фольклориада ҡунаҡтарын юғары кимәлдә ҡаршы алды. Хозур тәбиғәтле Әбйәлил еренә Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтары аяҡ баҫты. Көндөң бер аҙ һалҡынайтып тороуы ла сит ил ҡунаҡтарын ҡурҡытманы: улар Әбйәлил оҫталарының бай күргәҙмәһе менән танышты, көнкүреш әйберҙәрен ҡараны, үҙҙәренә оҡшаған ҡул эштәрен һатып алды. Әйткәндәй, сит ил ҡунаҡтары ла буш ҡул менән килмәгән: һәр милләт үҙҙәренә хас булған милли сувенирҙар, оҫталары етештергән ҡул эштәрен тәҡдим итте. Тантаналы сара башланыр алдынан һәр кем үҙенә оҡшаған сувенирҙар һатып алды, сит ил ҡунаҡтары менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Башҡорт ҡурайы Албания илендә яңғыраясаҡ

Бер яҡ ситтәрәк башҡорт ҡурайын уйнарға өйрәнгән ҡунаҡтарҙы күреп, улар янына ашыҡтыҡ. Албаниянан килгән Вэс Вэндмиға район мәҙәниәт йортонда эшләгән Рөстәм Баһаув башҡорт ҡурайында нисек уйнарға кәрәклеген өйрәтте. Үҙҙәренең ҡурайға оҡшаш милли музыка ҡоралы – капайҙа уйнаған Вэндми “һә” тигәнсә ҡурайҙа моңло көй уйнап та күрһәтте. Юғары сәнғәт өлкәһендә бер ниндәй тәржемә лә кәрәкмәй: ике ил ҡурайсылары, сәнғәт теле аша үҙ-ара аңлашып, йыр-моң донъяһына яңы юл асты, башҡорт ҡурайының моңон сит ҡитғаларҙа яңғыратып танытһын, тигән изге теләктәр менән Албания ҡунағына яҡташыбыҙ башҡорт ҡурайын бүләк итте.

Телдәр белеү яңы дуҫтар табырға ярҙам итә

Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына Күсем руднигында йәшәгән Вадим Ғәйнуллиндың сит телдәрҙә иркен аралашыуын күреп инандыҡ. Күп­тән түгел 11-се класты тамамлаған егет “Ютуб”тан үҙаллы инглиз телен өйрәнә. Артабан белем алыу маҡсатында документтарын Өфө дәүләт нефть техник университетына тапшырып, Фольклориадала ирекмән булырға ла ваҡыт таба. Әйткәндәй, Вадим фестивалде асыу тантанаһында тәржемәсе ролен дә юғары кимәлдә башҡарҙы. Американан килгән делегация менән егеттең иркен аралашыуына үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Океан аръяғынан килгән ҡунаҡтар Вадимдың сит телде бик яҡшы белеүен билдәләне, акцентһыҙ һөйләшеүен күреп, үҙҙәре лә хайран ҡалды. Инглиз телен белеү Вадим Ғәйнуллинға яңы дуҫтар табырға ярҙам итте, кем белә, бәлки, киләсәктә Әбйәлил егетенә Американы күреү бәхете лә тейер. Әлегә уның телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы, уларҙы үҙаллы өйрәнеүе  хуплауға лайыҡ.

Тирмән тартып, милли уйын уйнап...

Әйтеүебеҙсә, әбйәлилдәр сит ил ҡунаҡтарына үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүре­шен сағылдырған кәсеп-шөғөлдәр, ҡул эштәре, милли йолалар, уйындар аша башҡорт халҡының бай тарихы, милли үҙенсәлектәре, сәнғәте һәм мәҙәниәте менән дә таныштырҙы. Мәҫәлән, Черногориянан килгән ҡунаҡтар Дәүләт ауылынан Дилә Ишбулдинаның ағас тирмәнендә талҡан тартып ҡараны. Ҡунаҡтар тәүге тапҡыр тал­ҡандан ауыҙ итеп, уның тәмле булыуына инанды. Әйткәндәй, матур тәбиғәте, ғорур тауҙары менән дан тотҡан Черногория халҡын Әбйә­лил районының иҫ киткес тәбиғәте һоҡландырған. “Чрна Гора” фольклор ансамбле етәксеһе Сретен Калудоревик әйтеүенсә, уларҙың коллективы күп милләтле. Ансамблдә, Черногория милләтенән башҡа, хорват, серб һәм чехтар бар. Фольклориадаға үҙенең ҡатыны һәм өс улы менән килгән Сретен Калудоревик һәр ерҙә яҡты йөҙ, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алыуҙарын билдәләне.Черногориянан килгән делегация үҙҙәренең сағыу тамашаһы, иҫ киткес бай йөкмәткеле милли кейемдәре менән генә түгел, ихлас булыуҙары менән дә хайран итте. Улар, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүҙәренә ҡарамаҫтан, сығыш яһар алдынан төрлө уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашты, халыҡ менән ихлас аралашты.

Иҙелбайҙың иҫе китмәне

Әбйәлил районында үткән күркәм сара дүрт йәшлек Иҙелбай Солтанбаевтың да күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Шулай булмайса: кемгә әле Венгриянан килгән Роксана Вивьен Мартинездың тубығына ултырып, һүрәт төшөрөү бәхете йылмайған?!  Сит телде аңламаһа ла, Иҙелбай төҫтәр донъяһында уны хайран ҡалдырған! Ҡунаҡтар алып килгән китапсыҡтарҙағы бер нисә һүрәтте төҫлө буяуҙар менән биҙәкләп кенә ҡалмаған, үҙе лә һүрәттәр төшөрөп, Венгриянан килгән дуҫтарға бүләк иткән.Фестивалдә Венгрия һәм Америка делегациялары балалар өсөн һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, унда тап Иҙелбай кеүек ҡыйыу йөрәкле балалар ғына ҡатнашырға йөрьәт итте. Ысынлап та, был көндә донъя халыҡтарының бейеүҙәре менән йыр-моңдары ҡауышып, һоҡланғыс тамаша бүләк итте. Сәхнәлә бер-бер артлы төрлө милләт сығыштары күрһәтелде, уларҙың һәр береһен тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Төрки телле ҡырғыҙ халҡының сығышы “Манас” эпосынан башланды, уны һәр кем аңлап ҡабул итте, ә бына Венгриянан килгән “Кечкемет” бейеү коллективының башҡортса “Ҡара­бай”ҙы башҡарыуын күреп, барыһы ла таң ҡалды. Шулай уҡ башҡа илдәрҙең дә дәртле, сағыу сығыштары һәр кемдең күңелен әсир итте.Бер һүҙ менән әйткәндә, Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа Көнсығыш фестиваль округы концерттарының тап Әбйәлил районынан башланыуы ла юҡҡа түгел, сөнки был төбәктә йырлы-моңло, сәнғәтте һәм мәҙәниәтте үҙ иткән, уның йолаларына, милли кейемдәренә тоғро ҡалған халыҡ йәшәй. Тәбиғәтенең матурлығы, кешеләренең ихлас­лығы ла ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрҙе, көс-дәрт өҫтәне. Иң мө­һиме – төрлө донъя халыҡтарын бер майҙанға туплаған сағыу тамашанан һәр кем күңеленә йылылыҡ һәм нур алды, ошо дуҫлыҡ хисе, байрам кәйефе, Фольклориада ҡабындырған ут бар халыҡты бер урынға тупланы, донъя фольклорының, халыҡ мираҫының, сәнғәт өлгөләренең ни тиклем юғары булыуын иҫбат­ланы, уның кәрәклеген төшөндөрҙө, киләсәк быуынға яҡты ышаныс өҫтәне.

-Кәримә УСМАНОВА.

Әбйәлил районы.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас: