Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
9 Июль 2021, 18:02

Дуҫлыҡ ептәре нығый

Учалылар ҡунаҡтар менән ихлас аралашты.

Учалылар ете ил вәкилдәрен ҡаршы алды. Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм  Албания ҡунаҡтары урындағы халыҡ алдында сығыш яһаны.Мөһим сара халыҡ шығырым тулы “Таусы” стадионында ҡала һәм райондың ижади коллективтары сығышы менән башланды. Һуңынан фестиваль ҡунаҡтары һәм байрамда ҡатнашыусылар стадион буйлап милли кейемдәр парадында ҡатнашты. 

Тәржемәһеҙ ҙә аңлаштылар 

Фестивалде асыу тантанаһында Башҡор­тостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан фольклориада ҡунаҡтары сәхнәгә сыҡты. Һәр дәүләт вәкилдәре үҙ халҡының мәҙә­ниәтен, тарихын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙенсәлекле итеп күрһәтте, уларҙың сығы­шын учалылар дәррәү алҡыштарға күмде. АҠШ һәүәҫкәрҙәре рус телендә – “Подмосковные вечера”, Коста-Риканан килгән ҡунаҡтар – “Калинка”ны, Черногория артистары “Катюша”ны йырлап, учалыларҙың күңелен күтәрҙе.Концерттарҙан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҙа ойошторолдо. Ҡунаҡ­тарҙың берәүҙәре уҡ-һаҙаҡтан атып, мәргәнлеген һынаны, икенселәре ҡул тирмәнен тартып ҡараны, өсөнсөләре иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алды. Учалылар ҡунаҡтарҙың милли кейемдәре, музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһынды. Швейцарҙарҙың ауырлығы 7 килограмм, оҙонлоғо 5 метр тәшкил иткән альпенгорн тип аталған милли музыка ҡоралын тотоп ҡараусылар ҙа булды. Ә ҡырғыҙҙар менән тәржемәсеһеҙ ҙә аң­лашты учалылар. “Нур” фольклор ансамбле һәүәҫкәрҙәренең милли кейемдәрендә баш­ҡорт кейемдәренә оҡшашлыҡ та сағыла ине.

“Венгрияға йәнә барғандай булдым”

Учалы районының Наурыҙ ауылынан Рәмил Солтанов 1961–1964 йылдарҙа әрме хеҙ­мәтен Венгрияның Кечкемет ҡалаһында водитель булараҡ үтә, дивизия штабы начальнигын йөрөтә. Һалдат бурысын үтәгәс тә, сит илдә ҡалып, военторгта шоферлыҡ эшен дауам итә. Дүрт йылдан ашыу Венгрияла йәшәү дәүерендә Рәмил Искәндәр улы мадъяр телен ныҡлы өйрәнә һәм иркен аралаша. – Ғүмер буйы Венгрияны һағынып, ошо ил менән ҡыҙыҡһынып  йәшәнем. Совет заманында “Венгрия яңылыҡтары” тигән журнал сыға торғайны, шуны яҙҙырып, яңылыҡтар менән таныша инем. 2009 йылда Кечкемет ҡалаһына турист юлланмаһы алып, кейәүем менән барып килеү бәхете лә йылмайҙы. Шунда венгр телендә туйғансы һөйләшеп, әр­ме хеҙмәтен үткән, эшләгән ерҙәремде күреп ҡайттым. “Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда буласаҡ” тигән хәбәрҙе ишет­кәс, моғайын, венгрҙар ҙа килер әле, тип өмөтләндем. Тап Учалыла улар сығыш яһая­сағын белгәс, шатлығымдың сиге булманы, – ти туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған ветеран.Рәмил Искәндәр улы үҙе лә ижадҡа бай, һәләтле кеше –  бик оҫта итеп халыҡ йырҙарын башҡара, фольклориадаға ла милли кейемдә килгәйне.Сара башланыр алдынан парадҡа әҙерләнгән делегациялар араһынан венгрҙарҙы шунда уҡ милли кейемдәренән танып, уларҙың телендә “Сербус мадьярок!“ – тип сәләмләне. Быны көтмәгән фестиваль ҡунаҡтары тәүҙә аптырабыраҡ ҡалды, һуңынан үҙ телдәрендә ихлас аралаша башланылар. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр. Фольклориада ҡунаҡтары тап Кечкемет ҡалаһынан булып сыҡтылар. Халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә “Кечкемет” исемен йөрөтә икән. 

Көйҙәребеҙ ҙә оҡшаш

Сарала икенсе булып сығыш яһаған мадъярҙар сағыу кейемдәре, дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙы әсир итте, бигерәк тә “Чардаш” бейеүе һоҡландырҙы. Ә сығыштарының иң аҙағында башҡортса “Ҡарабай” йырын башҡарған саҡтарында, хатта учалылар ҡушылып йырланы.Форсаттан файҙаланып, Рәмил Искәндәр улы ярҙамында делегация етәксеһе Мария Ланг менән аралаштыҡ. Уның һөйләүенсә,  фольклориадаға барырға йыйынғас, башҡортса берәй популяр халыҡ йырын өйрәнергә булалар. Башҡортостандан фольклориаданы ойоштороусылар “Ҡарабай” йырының аудиояҙмаһын тәҡдим итә.– Йырҙы бер ай тирәһе өйрәндек. Ғалимдар тарихи тамырҙарыбыҙҙың уртаҡ булыуын күптәнән иҫбатланы, был фонетикала һәм лексикала ла сағылыш тапҡан. Мадъяр телендә лә “һ”, ө”, “ү”, “ә” өндәре бар, шуға күрә йырҙы өйрәнеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы, уның көйө беҙҙең көйҙәргә лә оҡшап китә, – тине Мария.“Кечкемет” ансамбле артистары Башҡортостан тәбиғәтенең иҫ киткес күркәм,  башҡорт милли аштарының телде йоторлоҡ, халҡының ҡунаҡсыл булыуын да билдәләне. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ветеран да туғандаш халыҡ менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.– Йәшлегемдең иң сағыу мәле үткән Венгрияны йәнә күргәндәй булдым, пандемияға ҡарамайынса, ошондай ҙур донъя кимәлендәге сараны уҙғарырға батырсылыҡ иткән республика етәкселегенә, бар ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдергем килә, – тине ул.

Римма СОЛТАНОВА.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас: