Башҡортостан ил картаһында берсә йәшел ҡайын япрағын, берсә кешегә көс-ҡеүәт биреүсе йөрәкте һынландыра. Ә бына Борай районы - ошо ҙур “йөрәкте” йәшәтеүсе, хеҙмәте менән ил байлығын арттырыусы йәнтөйәктәрҙең береһе.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында Бөрө һәм Нефтекама ҡалалары араһында йәйрәп ятҡан Борай ерҙәре ҙур тарихи ваҡиғаларҙы, ил батырҙары тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Райондың гербы ла бик үҙенсәлекле, йәшел туҡымала сабып барыусы “Күк Бүре” һыны, Танып, Ҡырғыҙ, Йылан, Таҙлар башҡорт ырыуҙары тамғалары тарихыбыҙҙың артта ҡалған, әммә онотолмаған биттәренә алып ҡайта... Элек был ерҙәр ҡарурмандар менән ҡапланған, ҡырағай йәнлектәргә бай төйәк булған. Район биләмәһендә табылған мамонт, носорог, бизон һөйәктәре - быға асыҡ миҫал.
Борай районына юл төшкән һайын уның алсаҡ күңелле, сәмле хеҙмәт кешеләре менән танышыу, уңыштарын күреү кәйефте күтәрә. Был юлы ла шулай булды: яңыраҡ асылған мөһабәт физкультура-һауыҡтырыу комплексының эш башлауы, район үҙәгендәге Көнсығыш микрорайонының күҙгә күренеп үҫеүе һөйөндөрҙө. Уның киләсәктә перспективалы, һоҡландырғыс төбәккә әүерелеүе бәхәсһеҙ, бер-бер артлы матур йорттар ҡалҡа, борайҙар комплексҡа яҡын ерҙә мәктәп, Боҙ һарайы төҙөләсәгенә өмөтләнә. Хыялдар тормошҡа ашһын, әйҙә!
Район эшҡыуарҙарының күмәк көс менән хәрби яҡташтарына даими ярҙам күрһәтеүе, яңыраҡ “буржуйка”лар, машина, автомунса ебәреүҙәре хаҡында белдек. Уҡыусыларын олимпиадаларға, спартакиадаларға бөтә көсөн һалып әҙерләүсе, әлеге көндә бер төркөм студенты медицина университетында белем алған биология уҡытыусыһы Фәнис Шәйхинуров, биш бала тәрбиәләгән Инга һәм Юрий Красильниковтар ғаиләһе, район үҙәк дауаханаһында тәүге хеҙмәт юлдарын башлаған йәш табиптар Рима Абазова һәм Рималь Рәшитовтар тураһында бары яҡшы һүҙҙәр генә ишеттек. Биләмәнең алдынғы хеҙмәт кешеләре, яңылыҡтар менән таныштырып, беҙҙе сәфәрҙә оҙатып йөрөгән район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм башҡа бүлектәре хеҙмәткәрҙәренә ихласлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.