Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
5 Декабрь 2022, 17:00

Министрға шелтә эләкте

"Беҙҙә әле ковид, ғәҙәттән тыш хәл түгел. Ни өсөн шулай килеп сыға, аңламайым", - тине Радий Хәбиров. 

Министрға шелтә эләкте
Министрға шелтә эләкте

Хөкүмттең оператив кәңәшмәһендә аҙна һайын Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре халыҡ мөрәжәғәттәре тураһында мәғлүмәт бирә. Улар “Инцидент менеджмент” системаһына килә. Был аҙнала улар тураһында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков һөйләне.

Шулай итеп, был аҙнала кешеләр башлыса табипҡа яҙыла алмауға ялыу иткән. Ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау буйынса ялыуҙар күп булған.

“Табиптар етешмәүҙән тыш, булған белгестәрҙең үҙҙәре сирләгән осраҡтары ла бар. Шуға бәйле улар ваҡытлыса ҡабул итмәй”, - тине Дмитрий Черенков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна элек оператив кәңәшмәлә ошо мәсьәлә күтәрелгәйне инде. Ул саҡта Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Өфө мэрияһына халыҡ менән осрашырға һәм уларҙың ялыуҙарын тыңларға ҡушты.

– Беҙҙә әле ковид, ғәҙәттән тыш хәл түгел. Ни өсөн шулай килеп сыға, аңламайым. Поликлиникалар төҙөйбөҙ, яңы ҡорамалдар алабыҙ, барыһы ла бар кеүек. Ә мөрәжәғәттәр һаны арта ғына. Икенсе тапҡыр һеҙҙе иҫкәртәм. Башҡа эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ һәм ошо проблема менән шөғөлләнегеҙ. Шәхсән үҙегеҙ поликлиникалар буйлап йөрөп сығығыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса уҙған йоманан алып комиссияларҙың райондарға сыға башлауҙары тураһында отчет бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы бер медицина учреждениеларында мәсьәләне кадрҙарҙы алмаштырыу ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин.

“Тимәк, кәрәк икән кадр ҡарары ҡабул итегеҙ, һеҙ бит министр. Әгәр кемдер проблеманы хәл итә алмай икән, тимәк, барыһын да алырға кәрәк”, – тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров.

Аҙналыҡ мөрәжәғәттәргә килгәндә, республикала юлдар торошона бәйлеләре кәмей башлаған. Кешеләр был тема буйынса ике тапҡыр кәмерәк ялыу итә башлаған. Әммә барыбер, был мәсьәлә иң көнүҙәге булып ҡала. Иң күбе ҡарҙы таҙартыу сифаты менән ҡәнәғәт түгелдәр. Элеккесә, мөрәжәғәттәрҙең 94 процентында муниципаль юлдар торошо ҡәнәғәтләндермәй.

“Өс муниципалитетҡа – Өфөгә, Иглин һәм Белорет райондарын айырып ҡарарға мөмкин. Унда бик күп ҡар яуған. Мәҫәлән, Белоретта тәүлек эсендә өс айлыҡ яуым-төшөм нормаһы яуған. Муниципалитет хакимиәттәре ҡарҙы әүҙем таҙарта, ләкин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә быны башҡарып сыға алмай”, – тине Дмитрий Черенков.

Фото: kvu.su

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: