Бөгөн, Ғаилә көнөндә, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәҙәниәт йортонда бергә тормош көтөүҙәренең алтын юбилейын билдәләгән ғаилә парҙары өсөн матур байрам үткәрелде.
50 йыл ғүмерен ҡотло нигеҙ булдырыуға, балалар үҫтереүгә, бер-береһенә таяныс, ышаныслы ҡәлғә булыуға, ғаилә усағының дөрләп янып тороуын тәьмин итеүгә бағышлаған 14 бәхетле пар йыйылды унда. Улар - төрлө тармаҡтарҙа намыҫлы эшләгән, шул уҡ ваҡытта балалар ҙа үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарған апай-ағайҙар - бөгөн дә теттереп донъя көтә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.
Сараны район хакимиәте ЗАГС бүлеге менән берлектә ойошторҙо. Юбилярҙарға республика Башлығының Ҡотлау хаты уҡып ишеттерелде, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Бәхетлеләрҙе ҡотларға үҙҙәре хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләгән ойошмаларҙың етәкселәре, балалары, дуҫ-иштәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары килде. Хөрмәтле ғаиләләргә, ҡәҙерле кешеләренә һәр береһе йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныс тормош теләне.
Тормошобоҙҙоң ҡотон, ырыҫын ошондай татыу, бер маҡсатлы, бер һүҙле ғаиләләр һаҡлап тора ла инде.
Автор һәм фото: Гөлсәсәк Дауытова.