Иргә сығыу, ҡыҙҙар, ҡыйын түгел –
Силәгенә күрә ҡапҡасы,
Шул "ҡапҡасҡа" ғына ҡайһы берҙә
Тура килмәй тора асҡысы.
Күп кәрәкме инде ҡатын-ҡыҙға?
Донъя көтһөн, йоҡлап ятмаһын!
Хеҙмәт хаҡын тотош ҡулға бирһен,
Эштә “ҡырын тейәп” ҡайтмаһын.
Матур һүҙҙәр әйтмәһә лә риза –
Тик әйтмәһен беҙҙән башҡаға,
Ҡарарҙарҙы үҙе ҡабул итһен –
Күпме ирҙәр бары баш ҡаға!
Баш ҡаҡһа ла ярай! Тик мулыраҡ,
Иҫәпләмәй бирһә аҡсаһын,
Эштең ниндәйен дә эшләтербеҙ,
Ул – донъяның булыр батшаһы.
Иргә сығыу, ҡыҙҙар, ҡыйын түгел,
Ҡыйын матур донъя көтөүе,
Ҡайһы берҙә әрләп-һүкке килә,
Күтәреп тә ергә һуҡҡы килә -
Шул мәлдәрҙе ҡыйын үтеүе.
Үтеп китһәң – донъя йәнә матур,
Йәнә әҙер төптән һөйрәргә,
Тик эсеңә һыйһын хәсрәттәрең,
Аҙыҡ бирмәй ғәйбәт һөйләргә.
Урам буйлап йәнәш ир ҡултыҡлап
Үтеүҙәре үҙе ни тора!
…Иргә сығыу, ҡыҙҙар, ҡыйын түгел,
Тик Хоҙайҙан аҡыл, сабырлыҡты,
Түҙемлекте генә мул һора!
Ф. Абдуллина.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.