Күгәрсен районындағы Бикбулат ауылының иң оло ғаилә пары - Маһи Ҡыҙрас ҡыҙы менән Хәсән Мәхийән улы Кинйәбаевтар. Өләсәйгә октябрь айында 87 йәш тулған, олатайға киләһе йыл мартта 95 йәш тула. Ә уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 70 йыл булған!
Был хаҡта Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. "Оҙаҡ 70 йыл буйы улар мөхәббәттә һәм татыулыҡта бер-береһен һаҡлап-ҡәҙерләп йәшәй. Балалары һәм ейәндәре ғүмер буйы был иҫ киткес парға һоҡланып һәм хөрмәт менән ҡарай", - тигән ул.
Афарин, тиң-тигеҙ ғүмер итеүсе Кинйәбаевтар! Һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә.
Фото: https://vk.com/marat.iskuzhin