Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
6 Ғинуар 2025, 17:00

“Кейәүгә сыҡҡанда ҡыҙ саф булырға тейеш”

Минең йәшем дә барғас, ул кейәүҙә түгелменме икән тип борсолған. Кешеләрҙән һораштырған. Кемдер мине ирҙән айырылған тигән. Үҙемдән һорарға ҡыйынһынған. Ә беренсе төндә ни эшләргә белмәне, ғәфү үтенде, аяҡтарымды ҡосаҡлап иланы...

“Кейәүгә сыҡҡанда ҡыҙ саф булырға тейеш”
“Кейәүгә сыҡҡанда ҡыҙ саф булырға тейеш”

Банат апайға хәҙер 70 йәш тирәһе. Уның менән дарыуханала осраштыҡ. Үҙе генә йәшәй икән. Балалары һәр ҡайһыһы үҙ тормошон ҡороп, төрлө яҡҡа таралған.

Өйөнә хәтлем оҙатып ҡуйҙым. Ваҡыт-ваҡыт телефондан аралашып торҙоҡ. Ул үҙенең тормошон һөйләргә ярата ине.

- 18 йәшемдә өйҙән бәхет эҙләп сығып киттем. Табип булғым килде. Ҡалаға китеп, балалар табибына уҡып сыҡтым.
Ирем менән уҡып бөтөп, эшләгән саҡта таныштым. Ул бәләкәй генә ҡыҙын күрһәтергә алып килгәйне. Баланың тән температураһы күтәрелгән, ир борсолоп, нимә эшләргә белмәй арлы-бирле йөрөнө. Уны тынысландырырға тырышып, һөйләндерҙем. Шунда уның ҡатынының вафат булғанын, ҡыҙын бер үҙе үҫтереүен белдем.

Ошо һөйләшеүҙән һуң бер аҙна үткәс, ул мине ҡыҙын күтәреп эштән һуң ҡаршы алды. "Әйҙә өйгә ҡайтайыҡ. Күңелемә инеп ҡалдың. Яҡшы ир булырмын, ә һин ҡыҙыма әсәй бул", - тине. Мин барҙым. Кейәүгә сығыуым шулай булды.
Ҡурҡманым. Ул ҡыҙсыҡты күреүгә үк ниндәйҙер йылылыҡ хисе тыуҙы миндә. Балаларҙы бик яратам шул. Һәр береһе тулы ғаиләлә үҫергә тейеш. Ирҙе лә йәлләнем. Балаһы өсөн үлә яҙып торған ир насар булыр тип уйламаным.

Минең йәшем дә барғас, ул кейәүҙә түгелменме икән тип борсолған. Кешеләрҙән һораштырған. Кемдер мине ирҙән айырылған тигән. Шуға ҡарамаҫтан, ул яныма килгән.

Никах уҙғарҙыҡ. Кеше һүҙенә ышанып, ул мине айырылған ҡатын тип уйлаған, үҙемдән һорарға ҡыйынһынған. Ә беренсе төндә ҡыҙ икәнемде белгәс, ни эшләргә лә белмәне. Туй үткәрмәгәнгә ғәфү үтенде, аяҡтарымды ҡосаҡлап иланы. Ғүмерем буйы һинән башҡаға күҙ һалмаҫмын, ҡулымда күтәреп кенә йөрөтөрмөн тине. Һүҙендә торҙо. Тик бына китеп барҙы, урыны ожмахта булһын.

Балаларым ҡайтып тора. Бөтәһе лә эш кешеләре. Өлкән ҡыҙыбыҙ, минең кеүек, балалар табибы, ике улыбыҙ төрлө йыһаздар эшләп һата.
Иремдең беренсе балаһын ҡарау ҙа ауыр булманы. Ул да минең балам. Һис ҡасан айырып ҡарағаным булманы, барыһын да бер төрлө яраттым.
Бәхет яныңда булырға мөмкин. Яҡ-яғыңа ҡаранырға ғына кәрәк. Мин дә бәхетле йәшәнем. Ул мине "аҡ ҡошсоғом" тип кенә йөрөттө. Ғаилә бәхете булһын тиһәң, кейәүгә саф ҡыҙ булып сығырға кәрәк. Ҡәҙерең була, хөрмәт итәләр, - тип һөйләне ул.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.
Сығанаҡ: https://intertat.tatar/news/egetemne-nise-stem-pychrak-su-t-kte-kiya-g-chykkanchy-saflykny-saklarga-kir-kme

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас