Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
15 Ғинуар 2025, 06:00

10 һыйырға торошло кәләш

Икенсе егет дуҫының хәлен белергә килгән. Уның өйөнә барып ингәс, шаҡ ҡатҡан: тормошо етеш, һау-сәләмәт, матур балалары йүгерешеп йөрөй, ҡатыны бик сибәр, балҡып тора. Ул һорау бирмәйенсә түҙмәгән...

10 һыйырға торошло кәләш
10 һыйырға торошло кәләш

Ике дуҫ бәхет эҙләп сәфәр сыҡҡан. Бер ауылда туҡтарға булғандар. Ауыл башлығына ингәндәр. Ул рөхсәт биргән, ҡунаҡ та иткән. Хужаның ике ҡыҙы табын ҡорған. Өлкәне ут сәсрәтеп торған сая, сибәр, кесеһе күҙгә салынып бармаған, йомоҡ, бойоҡ ҡына бер ҡыҙ икән.

- Дуҫ, мин бәхетемде таптым, бында ҡалам! Ауыл башлығының ҡыҙына өйләнәм, - тигән егеттәрҙең береһе шул кис.
- Аңлайым һине. Башлыҡтың өлкән ҡыҙы бигерәк сибәр шул, - тигән икенсеһе.
- Юҡ, һин дөрөҫ аңламаның, мин кесеһенә өйләнергә теләйем, - тигән был егет.

Дуҫы бәхет эҙләп ары киткән, был егет ҡалған. Ә башлыҡ ҡыҙы өсөн 10 һыйыр һорай икән. Егет нисек итһә иткән, тырышып эшләгән һәм 10 һыйырҙы килтергән.

- Ярар, кесе ҡыҙым өсөн өс һыйыр бирһәң дә ярар, ул бик сибәр ҙә түгел, - тигән башлыҡ, егеттең кемгә өйләнерен аңлағас.
- Юҡ, мин был ҡыҙ өсөн ун һыйыр бирәм! — тигән егет.

Күп йылдар үткәс, теге икенсе егет дуҫының хәлен белергә килгән. Уның өйөнә барып ингәс, шаҡ ҡатҡан: тормошо етеш, һау-сәләмәт, матур балалары йүгерешеп йөрөй, ҡатыны бик сибәр, балҡып тора икән.

- Ғәфү ит, һин бит бик матур ҙа түгел инең, нисек бындай күҙ яуын алырлыҡ ханымға әүерелдең? — тип һораған юлсы егет дуҫы ишетмәгәндә уның ҡатынынан.
- Мин үҙем өсөн 10 һыйыр ҙа йәл түгел икәнен аңланым!

Сығанаҡ: https://apastovo.ru/news/yazmysh/un-syer-chibr-itme

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас