Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
14 Февраль 2025, 22:30

Арабыҙҙа саф һөйөүҙе һүндермәйсә һаҡлайыҡ

Айтуған әҙерәк зыян күрһә лә, Илүзә сәскәле булғанына ҡояштай балҡый.  

Арабыҙҙа саф һөйөүҙе һүндермәйсә һаҡлайыҡ
Арабыҙҙа саф һөйөүҙе һүндермәйсә һаҡлайыҡ

Ай, онота яҙғанмын бит
Мин дә ғашиҡтар көнөн.
Алабарманланып, күҙҙе
Бағанаға төкөнөм.

Күгәрҙе күҙ, һул күҙ менән
Яҙыуҙарға күҙ һалдым.
Иҫкә төштө - кәләшемә
Сәскәләр һатып алдым.

Йүгерәбеҙ донъя тиеп,
Алға, артҡа ҡарамай.
Күңелдәге саф хистәрҙе
Оноторға ярамай.

Оло һөйөү илдәренән
Икәү бергә атлайыҡ,
Арабыҙҙа саф һөйөүҙе
Һүндермәйсә һаҡлайыҡ!

Барыһын да оноттора
Ығы-зығы замана.
Күктәрҙән ергә төшөрҙө
Урамдағы бағана.

Флүрә ЙОМАҒУЖИНА.

(Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан Илүзә менән Айтуған Ҡоҙашевтарҙың матур фотоһүрәтенә яҙылған шиғыр).

Фото: Ҡоҙашевтарҙың ғаилә альбомынан.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас