Яҙыусы Әхмәр Үтәбай фронтовик әҙип Шакир Янбаев менән уның ҡатыны Хәҙисәнең мөхәббәт тарихын һөйләгәйне. Шул видеоға Гөлсәсәк Солтанморатова комментарий яҙып ебәргән:
"Шакир Янбаев ауылға һәр ваҡыт Хәҙисә инәй менән ҡайта торғайны. Урам буйлап гел етәкләшеп кенә, һәр кем менән йылмайып һаулыҡ һорашып, һаулыҡты алып йөрөгәндәре иҫтә. Шакир Янбаев үлеп киткәс, Хәҙисә инәй бер кемгә лә әйтмәй генә күпмелер ваҡыт иренең үле кәүҙәһе янында ултырған. Оҙаҡ ҡына - берме, икеме көн ултырған шикелле. Кемдеңдер шулай тип һөйләгәне иҫтә. Ундай тоғро мөхәббәт бик һирәк кешелә генә булалыр ул".
Сығанаҡ: "Илһамиәт" төркөмө.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды (фотоның был тарихҡа ҡыҫылышы юҡ).