-8 °С
Болотло
Өфө ҡалаһындағы Телеүҙәк артында Ағиҙел яры буйындағы һыу ҡыуҙырыу башняһы тирәһе ташландыҡ урынға әйләнгән булған. Әле биләмәне төҙөкләндереп, тирмәләр ҡуйып матур урын эшләгәндәр.
Хәҙер "Мөхәббәт" тигән тирмәлә никах та уҡыйҙар икән. Яңыраҡ унда беренсе тантана уҙған.
Был ҡалҡыу урын туй фотосессиялары үткәреү өсөн бик килешә. Унан Ағиҙел йылғаһына матур күренеш асыла.
Мосолман йолаһы буйынса никах уҡытырға теләүселәр өсөн телефон: +7 982 266-88-88.
Сығанаҡ: Ратмир Мәүлиев.