Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
11 Июль 2025, 01:15

Киленгә һыу юлы күрһәттек

Был эште бикәстәре башҡарҙы...

Киленгә һыу юлы күрһәттек
Киленгә һыу юлы күрһәттек

"Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара. Бөгөн күпселек туйҙарҙа киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы башҡарыла.

Күгиҙел ауылында ошо көндәрҙә сәстәрен сәскә бәйләгән бәхетле пар - Инсаф Исҡаҡов менән Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы Зилинаның туйҙары үтте. Унда ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһын башҡарҙы.

Йыр-бейеү, гармун моңдары менән яңы төшкән киленгә бикәстәре һыу юлы күрһәтһә, ағинәйҙәр теләктәр теләп, йола күрһәтеп, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе. Йәштәр бәхетле булһын!" - тип яҙа Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре.

Сығанаҡ: https://vk.com/public209004237

Киленгә һыу юлы күрһәттек
Киленгә һыу юлы күрһәттек
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас