Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
5 Август 2025, 17:05

"Ғүмер буйы мине яратманың..."

Терелмәйәсәген аңлаған ине инде, бәхилләшәйек, тип үҙе һүҙ башланы. Шунан кинәт мине шаңҡытырлыҡ һүҙҙәр әйтте.

"Ғүмер буйы мине яратманың..."
"Ғүмер буйы мине яратманың..."

Ай ярым элек бер ғаилә дуҫыбыҙҙың ҡатыны үлеп китте. Дауаханаға барғандарында инде һуң булған - табиптар бер нимә лә эшләй алмаған. Аҡсалы кешеләр. Ярҙам итегеҙ генә, теләһә ниндәй сумманы түләйбеҙ, тигәс, табиптар, 4-се стадия бит, беҙ Аллаһ Тәғәлә түгел, тип яуаплаған.

Ярай әле, өлкән улдары әсәһе иҫән саҡта ҡайтып өлгөрҙө. Ул, университетты тамамлап, сит илгә киткән ине, шунда йәшәй. Әсәһе ул ҡайтҡан көндө кискеһен китеп тә барҙы...

Беҙгә нимә инде, йыйылып ҡайғырҙыҡ та таралдыҡ. Иренә ауыр. Әле бына кисә шылтыратты, бик оҙаҡ һөйләштек.

- Нимә өсөн йәшәгәнемде лә белмәйем. Ике ҡатлы өйҙөң бөтә бүлмәләрен йөрөп сығам - күңелем менән уны эҙләйем, буғай. Бөтә ерҙә уның ҡулы ҡағылған әйберҙәр, ә үҙе юҡ... Баҡсаға сыҡһам, унда ла ул ултыртҡан нәмәләр. Йәй буйы һыу һиптем. Помидорҙар өлгөрҙө бына. Ике парник. Уларҙы ни эшләтергә лә белмәйем. Малай менән килен ике-өс көнгә бер килеп хәлде белеп китә. Ҡалған ваҡытта гел бер үҙем, - ти.

Унан асылып китеп, тағы һөйләп ташланы. Кемгәлер ғибрәт булһын өсөн яҙам быны. Үкенестәр менән йәшәргә яҙмаһын беребеҙгә лә.

- Һуңғы һөйләшеүебеҙ иҫемдән сыҡмай. Терелмәйәсәген аңлаған ине инде, бәхилләшәйек, тип үҙе һүҙ башланы. Унан кинәт: "Һин мине яратманың! Ғүмер буйы яратам тигән һүҙеңде көттөм, бер тапҡыр ҙа әйтмәнең", - тине. Юғалып ҡалдым. "Һуң, мин бит ғүмер буйы һине хөрмәт итеп йәшәнем, һинең бөтә нәмәң булһын өсөн тырыштым, был тормошто һинең өсөн ҡорҙом, шул етә тип уйланым", - тинем. Ә ул: "Юҡ, һин мине яратманың!" - тине лә боролоп ятты. Шундай өҙгөләнеп әйтте!
Һүҙҙәре һаман ҡолағымда яңғырап тора. Иҫән булһа, көнөнә әллә нисә тапҡыр "яратам" тип ҡабатлар инем, тик апағыҙҙы кире ҡайтарып булмай шул, - тине дуҫыбыҙ.

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-121961140_31323

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас