Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
29 Октябрь 2025, 16:00

“Ирегеҙ өсөн сәскә булығыҙ”

"Ока" һәм "Мерседес" машиналары бер-береһенән нимә менән айырыла? Тәү сиратта, ҡеүәте менән. Тик "Мерседес" яғыулыҡты ла ете тапҡырға күберәк сарыф итә. Шуның кеүек, ир-егет тә уңышлы булһын, аҡса эшләй белһен, һәйбәт ғаилә башлығы булһын тибеҙ икән, уға энергия бирә беләйек..." Гөлбикә ханым менән тулы әңгәмәне сайтта уҡығыҙ.

“Ирегеҙ өсөн сәскә булығыҙ”
“Ирегеҙ өсөн сәскә булығыҙ”

Психолог Гөлбикә Хәйрелваринаны элек "Бәйләнештә"ләге сәхифәһе аша ғына белә, ҡыҙыҡлы яҙмаларын уҡып бара инем. Бәхеткә, яңыраҡ бер сарала һылыу, егәрле, заман менән бергә атлаған гүзәл зат менән яҡынданыраҡ танышырға насип булды.

Ул был осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге, йәмғиәттәге роле, тәғәйенләнеше тураһында шундай матур итеп һөйләне, хайран ҡалып тыңлап ултырҙым сығыш яһаусыны. Гөлбикә ханымдың ҡыҙыҡлы фекерҙәрен гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашыу маҡсатын ҡуйып, уның менән тағы бер осраштыҡ.

- Гөлбикә ханым, ғаиләлә ир-егет -- баш, ҡатын-ҡыҙ муйын, тиҙәр. Нимә эшләргә тейеш һуң "муйын"? Ғаилә бәхете ҡатын-ҡыҙға ни кимәлдә бәйле?

- Ғаилә бәхете гүзәл затҡа хатта 90 процентҡа бәйле, тип уйлайым. Бәхет, яҡтылыҡ, нур бөркөлһөн унан. Ҡатын-ҡыҙҙың наҙлылығы һәм йомшаҡлығы - уның көсһөҙлөгө түгел, ә киреһенсә, ҡөҙрәте ул. Әгәр беҙ иребеҙгә ышанабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ, баһалайбыҙ икән, уның үҙ-үҙенә ышанысы арта, ул яңынан-яңы уңыштарға ынтыласаҡ. "Ока" һәм "Мерседес" машиналары бер-береһенән нимә менән айырыла? Тәү сиратта, ҡеүәте менән. Тик "Мерседес" яғыулыҡты ла ете тапҡырға күберәк сарыф итә. Шуның кеүек, ир-егет тә уңышлы булһын, аҡса эшләй белһен, һәйбәт ғаилә башлығы булһын тибеҙ икән, уға энергия бирә беләйек. Беҙҙең уға ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙ - уның өсөн иң кәрәкле яғыулыҡ. Гүзәл заттың бөйөклөгө - ире өсөн йыуаныс була белеүҙә, уға матурлыҡ, мөхәббәт бирә белеүендә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Кире осраҡта ирҙәр йылыны ситтән эҙләүе ихтимал.

- Әлбиттә, тышҡы матурлыҡ ҡына күҙ уңында тотолмай бит инде?

- Юҡ, әлбиттә. Тәү сиратта әхлаҡи матурлыҡ менән туҡландырырға кәрәк. Күңеле яҡты булған ҡатын-ҡыҙ ғына һоҡландырғыс гүзәллеккә эйә. Тормошобоҙ нурлы, бәрәкәтле булһын тиһәк, һәр аҙымыбыҙ изгелек, ҡыуаныс менән һуғарылған булырға, һәр ҡыҙ матурлыҡ, инсафлыҡ сифаттарын үҫтерергә тейеш үҙендә.

Йорттағы мөхит хужабикәнең кәйефенә ныҡ бәйле. Ҡатын-ҡыҙ асыулы, ярһыу икән, тирә-йүндә хакимлыҡ иткән бөхтәлек, тәмле бәлеш еҫтәре аңҡыуы ла өйҙә ҡот, йәм тыуҙырмаясаҡ.

Шунан, хәләл ефет тураһында гел яҡшы уйҙар уйлау мөһим. "Их, ниңә Ғәлигә, йә булмаһа Вәлигә кейәүгә сыҡманым икән... Бәлки бәхетлерәк булыр инем" тигән кеүек уйҙар бөтөнләй булырға тейеш түгел. Был бит хыянатҡа тиң.

- Тимәк, һеҙҙеңсә, һөйгән йәреңдең етешһеҙлектәренә күҙ йоморға кәрәк?

- Ә кемдең етешһеҙлеге юҡ был донъяла? Һәр кеше ниндәйҙер ыңғай, ниндәйҙер кире сифаттарға эйә. "Минең ирем иҡ яҡшыһы!" тип уйлаһаҡ, шул ваҡытта ул тағы ла уңғаныраҡ, тағы хәстәрлерәк буласаҡ.

- Йылдар үтеү менән мөхәббәт хистәре һүнә, тиҙәр. Айырылышыу осраҡтарының артыуы ла хәүефкә һала...

-Мөхәббәт - ул хистәр ташҡыны түгел, ә яҡын кешеңдең шатлыҡтарын да, ауыр саҡтарын да уртаҡлашырға ашҡыныу, кәрәк саҡта уның етешһеҙлектәренә түҙеү, уға ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙыу, рәхмәтле булыу. Яңы өйләнешкән парҙарҙың хатаһы шунда - улар бирергә, хәстәрлек күрһәтергә түгел, ә бары тик алырға, әҙергә генә риза булырға өйрәнгән. Бының сәбәбе шунда - ата-әсә хәҙер балаларҙы артыҡ ҡурсалай, бар теләгәнен үтәргә ынтыла. Бала "файҙаланыусы" булып, бары тик әҙерҙе генә ҡулланып үҫә.

Һуңынан, өйләнешкәс тә, ике йәш йөрәк бер-береһенән күпте өмөт итә, мөнәсәбәттәрҙе, тормошто үҙҙәре теләгәнсә генә ҡорорға, бер-береһенең холҡон үҙгәртергә тырыша, юл ҡуйыуҙы кәрәк тип тапмай. Шунан инде аралағы хистәр әкренләп һүрелә.

Кейәүгә сығам да, шунан барыһы ла яҡшы  үҙгәрә, тип уйлайбыҙ шул беҙ. Тик ҡайһы берҙә көтә белергә лә кәрәк, сөнки ғаилә - ул бизнес кеүек, уға үҙеңде бағышлаһаң ғына һөҙөмтәһе күренәсәк. Ир менән идара итергә маташыу - ғаиләләге мөхитте боҙоуға тәүге аҙым ул. Көслө заттар үҙе менән идара итеүҙе яратмай. Ғаилә дилбегәһе улар ҡулында булырға тейеш, тик уға йүнәлеш, дәрт биреү - беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, өҫтөндә.

Иң мөһиме, ирегеҙҙе нисек бар, шул килеш яратығыҙ һәм уның ыңғай сифаттарына күберәк иғтибар итегеҙ, шунда ғаиләгеҙҙең бәхет кеҫәһе һәр саҡ тулы булыр.

- Әңгәмәгеҙ, ҡыҙыҡлы фекерҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, Гөлбикә ханым!

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас