Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
14 Март , 18:15

Мәңгелек һөйөү: Шакир ағай үлгәс, ҡатыны кешегә әйтмәй, бер нисә көн янда ултыра

Улар шул тиклем татыу булған. Олоғайғас та, бер-береһенә мөхәббәтле ҡараш ташлап, етәкләшеп кенә йөрөйҙәр.

Мәңгелек һөйөү: Шакир ағай үлгәс, ҡатыны кешегә әйтмәй, бер нисә көн янда ултыра
Мәңгелек һөйөү: Шакир ағай үлгәс, ҡатыны кешегә әйтмәй, бер нисә көн янда ултыра

Фронтовик әҙип Шакир Янбаев менән уның ҡатыны Хәҙисә бер-береһен ныҡ яратҡан. Яҙыусы 1952-1957 йылдарҙа Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған. Дәүләт имтиханы була торған көндө ҡатыны көньяҡтан ялдан ҡайтырға тейеш икән. Шакир Мәхийән улы таң менән тәүге самолет менән Өфөгә оса. Көньяҡтан ҡайтҡан Хәҙисә апайҙы сәскә гөлләмәһе тотоп ҡаршы ала. Шунан уны аэропорттан ҡалаға таксиға ултыртып оҙата. Һәм үҙе кире самолетта Мәскәүгә имтихан бирергә оса. 

"Шакир Янбаев ауылға һәр ваҡыт Хәҙисә инәй менән ҡайта торғайны. Урам буйлап гел етәкләшеп кенә, һәр кем менән йылмайып һаулыҡ һорашып, һаулыҡ алып йөрөгәндәре иҫтә. Шакир Янбаев үлеп киткәс, Хәҙисә инәй бер кемгә лә әйтмәй генә күпмелер ваҡыт иренең үле кәүҙәһе янында ултырған. Оҙаҡ ҡына - берме, икеме көн буйына. Кемдеңдер шулай тип һөйләгәне иҫтә. Ундай тоғро мөхәббәт бик һирәк кешелә генә булалыр ул", - тип яҙған ауылдашы Гөлсәсәк Солтанморатова.

БЕЛЕШМӘ.

Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 19 ноябрендә Йылайыр кантонының Бикбулат ауылында (хәҙер Күгәрсен районы) тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. 2005 йылдың 3 июнендә вафат була. 

Сығанаҡ: "Илһамиәт" төркөмө.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас