Был хаҡта төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр. Вебинарҙа ҡатнашыусылар онлайн-экспорттағы тәүге аҙымдарҙы, В2В һәм В2С һатыу моделдәрен, популяр һәм әһәмиәтле электрон сауҙа майҙансыҡтарын, продукцияны таратыуҙы һәм рекламалауҙы, электрон коммерцияла социаль селтәрҙәрҙең ролен, дәүләт ярҙамы сараларын тикшерәсәк. Шулай уҡ уларға экспорт юлының башында килеп сығыуы ихтимал булған төп ауырлыҡтар хаҡында ла һөйләйәсәктәр. Консультация бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, интернет-магазиндар хужалары, Рәсәй маркетплейстарында тәжрибәле селлерҙар, экспорт географияһын киңәйтеү менән ҡыҙыҡһынған эре бизнес вәкилдәре араһында яңы экспортерҙарға йүнәлтелгән.
Ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлеү үтергә кәрәк. «Әлеге ваҡытта республикала 1658 компания сеймал булмаған энергетик булмаған продукция экспортлай. Уларҙың күпселеге - бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре. Үҙ сиратында, Башҡортостан 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 100-ҙән ашыу ил менән тышҡы сауҙа әйләнешен тормошҡа ашыра», - тип һөйләне төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.