Бер килеп эләкһә, тымауҙан тиҙ генә ҡотолормон тимә. Дарыухананан алған һиптергестәрҙең ҡайһы береһенә өйрәнеү барлыҡҡа килеп, ыңғай һөҙөмтә бирмәй башлай, икенсеһенә аллергия тыуыуы ихтимал, йә булмаһа, ҡул осонда булмаҫҡа ла мөмкин. Бындай саҡта халыҡ тәжрибәһенә таянырға ҡала. Ыңғай һөҙөмтәһе лә тиҙ күренәсәк, зыяны ла юҡ кимәлдә.
Тымауҙы ҡыҙыл сөгөлдөр һуты ярҙамында тиҙ һәм һөҙөмтәле дауаларға була. Тик һәр осраҡҡа йыбанмай, яңы һығылғанын ҡулланыу зарур.
Ҡаты көйө һаҡланған сөгөлдөрҙөң бер киҫәгенән һут һығып алғас та, уға шул уҡ күләмдә ҡайнап йылымысланған һыу өҫтәп бутайбыҙ һәм танауға ике-өс тамсылап тамыҙабыҙ. Быны көнөнә дүрт-биш тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
Был алым тымауҙан тиҙ ҡотолдора, сөнки сөгөлдөр - елһенеүгә ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә йәшелсә, танау эсен әсеттермәй, ярһытмай - шуға һөҙөмтәһе лә тиҙ һиҙелә.
Фото: eda-land.ru