Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Август 2021, 11:46

Ҡануни үҙгәрештәр эште тиҙләтә

Facebook, Андрей Назаров
Фото:Facebook, Андрей Назаров

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың һәм финанс өлкәһе белгестәренең Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров менән осрашыуы булып уҙҙы.

Сарала Андрей Назаров Рәсәй­ҙең финанс министры урынбаҫа­рына Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы. Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров Указы менән бирелгән наградаға ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың финанс өлкәһен үҫтереүгә, ҡаҙнаны тотороҡло итеүгә индергән өлөшө өсөн лайыҡ булды. Шулай уҡ Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев Башҡортостандың финанс министры Лира Иғдиса­мованы Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Алексей Лавров дәүләт һәм муниципаль контракты һатып алыу ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тура­һында һөйләне, республика ми­нистрлыҡтарының һәм муниципаль органдарҙың финанс белгестәре әҙерләгән һорауҙарға яуап бирҙе. Ул әйткәнсә, илебеҙҙә бюджет ҡануниәтендәге реформа тамамланды, уны артабан камиллаштыра бараһы ғына ҡала. Был үҙгәрештәр, шул иҫәптән – 44-се Федераль закондағы һуңғы яңылыҡтар дәүләт заказсыларына ла, подрядсыларға ла эште еңеләйтеү маҡсатын ҡуя.

Мәҫәлән, дәүләт заказсыһы на­мыҫһыҙ подрядсы менән киле­шеүҙе бер яҡлы һәм ябайлаш­тырылған тәртиптә өҙөргә хоҡуҡлы. Икенсе яҡтан, башҡарыусыға эш өсөн түләү ваҡыты байтаҡҡа ҡыҫҡара. Дәүләт һатып алыу ысулдарынан да өсәүһе тороп ҡала: конкурстар, аукциондар (электрон, ябыҡ, дәүләт сере булған саҡтағы ябыҡ ҡағыҙ) һәм котировкаларҙың электрон тәҡдимдәре.

Андрей Назаров Рәсәйҙең Финанс министрлығына коронавирус инфекцияһы пандемияһы осоронда үҙ ваҡытында ярҙам күрһәткәне һәм бюджет ҡануниәтендәге үҙгәрештәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Был үҙгәрештәр башҡарма власть органдарының бюджет ассигнованиеларын тиҙ арала бүлгеләү буйынса вәкәләттәрен киңәйтте һәм ҡарар ҡабул итеү тиҙлеген арттырҙы.

– Башҡортостан иң ҙур төбәк ҡаҙна системаларының береһенә эйә, – тине Премьер-министр. – Республика биләмәһендә төрлө кимәлдәге 897 бюджет формалаша һәм башҡарыла. Билдәләнгән бурыстарҙы һәм граждандарға хеҙмәт күрһәтеүҙе биш меңдән ашыу учреждение тормошҡа ашыра. Консолидацияланған бюджет­тың килеме былтыр 260 миллиард һумдан ашты. Федераль ҡаҙнанан финанс ярҙамының да үтә ҙур булыуын билдәләргә кәрәк: республика үткән йыл 96 миллиард һум алды, 2019 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес ике тапҡырға ҙурыраҡ.

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: