Була бит шундай оҫта ҡуллы кешеләр, юҡтан ғына шөғөл табып, унан күңел йыуанысы ла, бер аҙ килем дә алыусылар. Тап шундай оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Зөлхизә Мөхәмәтдинова декрет ялында яңы һөнәр үҙләштерергә ҡарар итә. Ул интерьер өсөн заманса бәүелсәк креслолар үрә. Бер йыл эсендә уңған оҫтабикәнең ҡулынан бөтәһе ундан ашыу кресло-бәүелсәк эшләнгән, уларҙың береһе үҙҙәренең йортон биҙәй.
Зөлхизә Айбулат ҡыҙы Икенсе Этҡол ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Баш бала булараҡ, уға бәләкәйҙән туғандарына ярҙам итергә, улар өсөн төрлө уйындар уйлап, ҡыҙыҡлы әйберҙәр эшләргә лә тура килә. Шуғалыр ҙа мәктәптә уҡыған сағында уҡ ҡул эштәренә маһир була, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, хеҙмәт дәрестәрен көтөп ала. Туғандарына тән йыуғысы бәйләп бүләк итә. Артабан ҙурыраҡ эштәргә тотоноп, бәләкәс туғандарын һөйөндөрә. Балаларҙы яратыуы Зөлхизә Мөхәмәтдинованы Сибай педагогия колледжына алып килә.
Уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Өфөлә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Бер аҙ эшләгәс, ул Баймаҡ ҡалаһына опека һәм попечителлек бүлегенә эшкә ҡайта. 2019 йылда Сәйғәфәр ауылы егете Рәмис Рәмил улы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәштәр Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһынан ер алып үҙ йорттарын төҙөй башлаған. Донъяларын нурлап ҡыҙҙары Әминә тыуғас, йәш әсә декрет ялында ниндәйҙер бер шөғөлгә өйрәнергә теләй. Социаль селтәрҙә ул бәүелсәк креслоны күреп ҡала һәм күңелендә уны эшләп ҡарау теләге тыуа.
– Эште башлар алдынан тормош иптәшем Рәмис менән кәңәшләштем, ул да риза булғас, тәүәккәлләнем. Тәүҙә онлайн-дәрестәр ҡараным, Бөрйән районында йәшәгән ике туған апайым Лилиә Кинйәкәева макраме ишеү, үреү серҙәрен өйрәтте. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Әминәне балалар баҡсаһына илтәм дә үҙем яңы кәсебемә тотонам. Иң тәүҙә бәүелсәк өсөн махсус ептәр яҙҙырып алдым, артабан уларҙы үрергә өйрәндем. Һуңғы ваҡытта бәүелсәк креслолар бик популяр, шуға күрә һорау биреүселәр ҙә күп. Эшләп кенә өлгөрт, – ти Баймаҡ уңғаны.
Тәү ҡарамаҡҡа ғына был эш еңел кеүек тойола, әммә ул мәшәҡәтле. Сабырлыҡ һәм түҙемлек тә талап ителә, көс һәм ваҡыт та сарыф ителә. Башлаған һәр эшен аҙағына еткереп сығыу, уның һөҙөмтәһен күреү — Зөлхизә өсөн яҙылмаған ҡанундарҙың береһе. Тәүҙә ул интернет-магазиндан алынған махсус ептәрҙән 16 метрҙан еп үреп ала. Әйткәндәй, был эштә иң ауыры макраме үреү, артабан ире тимер торбаларҙы махсус рәүештә бөгөп, нығытып бирә. Ул дүңгәләктәрҙең ҙуры – 90 сантиметр, бәләкәйе 55 сантиметр булырға тейеш. Артабан оҫта уларҙы еп менән уратып сыға һәм креслоны үрергә тотона. Әгәр ҙә тәүге эштәре бер аҙ ябайыраҡ кеүек тойолһа, Зөлхизә Айбулат ҡыҙының бәүелсәк креслолары бөгөн үҙенең сағыу төҫтәре менән айырылып тора. Хәҙер ул ике төҫтө сиратлаштырып та эшләй, заказ биреүселәрҙең теләген дә иҫәпкә ала. Бер бәүелсәк кресло өсөн 300 метр еп файҙаланыла.
– Тәүге кресло бәүелсәкте эшләп бөттөм дә үҙем ултырып эйеп алдым (йылмая). Иптәшем менән ҡыҙыма ла оҡшаны. Күреп тораһығыҙ, беҙҙең өйҙөң түшәме тарттырылған (натяжной потолок), уға беҙ бәүелсәк креслоны элгәнбеҙ, түшәмгә бер ниндәй ҙә зыян килмәгән. Махсус рәүештә уның өсөн дүңгәләк (кольцо) һатыла, шуны йәбештереп, кәрәкле күләмдә түшәмде ҡырҡабыҙ һәм махсус элгесен ҡуябыҙ. Күптәр мин дә алыр инем, беҙҙең түшәм тарттырылған тип борсола, ҡурҡыу кәрәкмәй, барыһы ла хәҙер магазин кәштәләрендә бар, – ти Зөлхизә Айбулат ҡыҙы.
Был бәүелсәк креслоларҙы йорттоң эсендә лә, урамда ла ҡулланырға була. Һуҙылып өҙөлөр тип тә ҡурҡырға кәрәкмәй, ул 100 килограмға тиклем ауырлыҡты күтәрә һәм ямғырға эләкһә лә бирешмәй.
Иң тәүге эштәрен йәш ғаилә былтыр Бетерә ауылы янында үткән урман һабантуйына алып барып, алдан әҙерләнгән бағаналарға элеп, үҙҙәре сәй ҡайнатып, тәмлекәстәр бешереп сауҙа ойошторған. Күптәр бәүелсәк кресло янында фото төшкән, балаларын бәүелткән, аҙаҡтан кемдер “һабантуйҙа күргәйнек” тип заказ да биргән.
“Эшләп кенә өлгөр” тигән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар геройымдың. Уның эштәрен Баймаҡ районында ғына түгел, күрше хәйбуллалар ҙа яратып ҡабул иткән. Киләсәктә тик бәүелсәк кресло менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай ул: кешеләргә ял итеү өсөн уңайлы һәм сифатлы гамактар эшләү, креслоны үреп түгел, ә тимерҙән бөгөп эшләп ҡарау теләге менән дә яна. Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, ҡул эштәренән башҡа йәш әсә күптән түгел биткә массаж эшләү буйынса Өфөлә курс үтеп, әле тәүге клиенттарын ҡабул итә.
Декрет ялында балаһын бағып, күңеленә оҡшаған шөғөлдө үҙ итеп, донъя көтөргә лә ваҡыт тапҡан дәртле, креатив һәм заман менән йәнәш атлаған йәш әсәгә ҡарап, һоҡланып һәм беҙ ҙә бәүелсәк креслола рәхәтләнеп бәүелеп, бала сағыбыҙҙы хәтергә төшөрөп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Кәримә Усманова