Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 12:55

Әсә ҡуйынындағы бала (Булған хәл) өсөнсө бүлек

Ана, ҡарлы тауҙар артындағы офоҡ ситенән ҙур аҡ йондоҙ күтәрелде. Көпә-көндөҙ яҡтырып торған ниндәй йондоҙҙор ул?

pickimage.ru
Фото:pickimage.ru

...Күпмелер ваҡыттан Сөйөмбикә күҙҙәрен асты. Һи-и, буран тынған бит! Бар ғәләмде шомло тынлыҡ баҫып алған. Ҡатып ҡалған зәп-зәңгәр һауала ҡояш ялтлап тора. Тик ул нишләптер һис йылытмайсы. Сөйөмбикә әкрен генә ҡалҡынды, ҡарҙы шығырлата баҫып, ҡайҙалыр билдәһеҙлеккә атланы. Уға ҡаршы ҡыҙы йүгерә. Ни арала шулай үҫеп, буй еткергән тиһең! Йүргәктә ятыуына әле генә һымаҡ, ә инде еткән ҡыҙ булған. Ҡыҙы артынан тағы кемдәрҙер эйәргән. Бәй, әсәһе, ҡәйнәһе, Сәмиғ. Эй, Сәмиғулла эсмәгән сағыңда һәләк матур кешеһең дә һуң.

Ана, ҡарлы тауҙар артындағы офоҡ ситенән ҙур аҡ йондоҙ күтәрелде. Көпә-көндөҙ яҡтырып торған ниндәй йондоҙҙор ул? Күтәрелде лә, әкрен генә уларға яҡынлаша башланы. Яҡынлашҡан һайын сағыулана, нығыраҡ ҡыҙҙыра. Сәйер, йондоҙ ҡояштың үҙен ҡаплай бара. Уның янында ҡояш һүнә, тоноҡлана. Бына бер мәл йондоҙҙоң ҡайнар һулышы сикәләрҙе өтөп алды, аяҡ-ҡулдарға ҡағылып үтте. Сөйөмбикәгә рәхәт. Ул инде йылынды, бар донъяһын онотоп, иҙерәп йоҡлап бара.

...Буран таңға кинәт тынды. Әйтерһең дә, ул бөтөнләй булмаған: бүре булып олоп, йорт-ҡаралтыны теткесләп ҡоторонмаған, ҡарҙы борхолдатып, асыҡ урындарҙан ышыҡҡа күсереп һалмаған. Ә, һалған икән. Ана, ҡойма тиңлек көрттәр, урамда урыны-урыны менән әҙәм бейеклеге булып ятҡан һырынтылар был тирәнән күптән түгел дауыллы ғәрәсәт үтеүе хаҡында һөйләй. Әле килеп шылт иткән дә тауыш юҡ.

Ошо шомло тынлыҡты тыңлап ята торғас, Нәҡиә апайҙың күңелен аңлайышһыҙ һағыш баҫып алды, тиктомалға яман эсе бошоп китте. Бошоноу сәбәбен ул шундуҡ аңланы: ай-вайҙарына ҡарамай, сабыйын алып, килене төнгә ҡаршы ҡайтып киткәйне. Нисек кенә барып еттеләр икән? Етә алдылармы?.. Ҡурҡыныс уйҙан Нәҡиәнең тәне буйлап һалҡын ағым үтеп китте, фажиғә һиҙеп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.

– Сәмиғулла, балам, тора һал. – Нәҡиә, асырғанып, бер ни белмәй иҙәндә йоҡлап ятҡан улын уятты. – Килен бит юлға сыҡҡайны. Ҡайтып еттеме? Нисек ҡайтып етте икән?

Сәмиғулла шешенгән күҙҙәрен ыуа-ыуа тороп ултырҙы, мәғәнәһеҙ ҡарашын әсәһенә төбәне.

– Нишләп ҡайтарҙығыҙ һуң? – тип ғәйепте башҡаларҙан эҙләмәксе итте.

– Аһ, аһ, үҙең, ҡайтып кит, тинең бит. Эттән алып, эткә һалып һүктең, – әсәһе үпкә белдереп иламһыраны. – Эсеп алһаң, холҡоң бармы...

Сәмиғулла инде үкереп торған бүгәй түгел. Бөгөн ул аяҡланырға ла өлгөрмәгән быҙау. Уға хәҙер ни әйтһәң дә бата. Барыһын да күтәрәсәк. Ир өндәшмәне, иҙерәшеп йоҡлап ятҡан малайҙарына ҡарап, иҫәңгерәп торҙо.

Иҫерек баш менән ниндәй ахмаҡлыҡ ҡылғанын әле килеп аңлаған Сәмиғулла, үкенесенән алйыр сиккә етеп, йәйәүләп, йүгерә-атлай ҡайтырға сыҡты. Юлда ул тирә-яҡты ҡарашы менән ентекләп байҡай барҙы. Ауылға етәрәк һаҙ буйында ҡарайып күренгән сәйер нөктәгә текләп торғандан һуң, ул-был һиҙелмәгәс, тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәк түренә инеп ояларға өлгөргән шом тулыһынса таралып бөтмәне, килке-килке һулҡылдап, бәғерен өйкәп тик торҙо.

Юлһыҙ ерҙән тәрән ҡар йырып, ныҡ ҡабаланып килеп манма тиргә батҡан Сәмиғулла ихатаһында моңһоҙ ғына бесән кертелдәтеп торған Турыһын күрергә өмөтләнеп, ҡапҡаны асты... Әммә ат юҡ ине. Ихата эсендәге келән ҡар өҫтөнән хатта сысҡан да юрғалап уҙырға өлгөрмәгән. Ҡураһы әллә ҡасандан кеше йәшәмәгән ташландыҡ донъяға оҡшап тора. Сәмиғулланың йөрәге жыу итеп ҡалды. Йүгереп тигәндәй, мал ояһына барып инде. Үлем ғазабынан күҙҙәре шар булып асылып, теле һәленеп төшкән йәнһеҙ тананы күреп, уның ҡото осто. Ир бәлтерәп төштө.

Бөтөнләй ебеп-ҡаушап ҡалһа ла, кәнсәләргә барып, хәлде һөйләп бирерлек көс таба алды Сәмиғулла. Бригадир шунда уҡ кешеләрҙе күтәрҙе, милицияға хәбәр итте. Күп тә үтмәҫтән, ҙур булмаған ауыл умарта ише ҡайнарға тотондо.

Яҫы саңғылар таҡҡан өс һунарсы өҫтәренә барып сыҡҡанда, ҡорһағына ятҡан туры алашаның һырынты аҫтынан башы ғына күренеп тора ине. Ауылға етергә ярты саҡрым ер ҡалған булған! Ә сана ҡайҙа? Сөйөмбикә егеүле атта сығып киткән, тигәйнеләр бит.

Ни уйларға, эште ниҙән башларға белмәй аптырашып торғанда, һунарсылар ҡолағына, ер аҫтынан ишетелгәндәй, бала илаған тауыш салынып ҡалды. Ирҙәр, һиҫкәнеп, бер-береһенә ҡарашты, барыһын да һүҙһеҙ аңлап, ҡайһыһы саңғы осо, ҡайһыһы ҡулы менән һылашып ҡатҡан ҡарҙы аҡтарырға тотондо. Күп тә үтмәҫтән, ирҙәрҙең береһе быуылып илаған сабыйҙы ҡулына алды.

Сабыйға бер ни ҙә булмаған. Ҡар ҡатламы аҫтында ул һыуыҡҡа бирешмәгән. Ә әсәһе. Сөйөмбикәнең аяҡ-ҡулы боҙ булып ҡатҡан, ә ҡуйыны әле йылы килеш. Ғәжәп! Әсә тәненең бар йылыһы, сабый ғүмерен ҡурсалап ҡалыр өсөн, бер урынға – уның ҡуйынына йыйылғанмы әллә? Әсәй үҙе өшөп һәләк булһа ла, уның йөрәге, аңы аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр бала ғүмере өсөн көрәшкән. Көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан: ун айлыҡ сабый мөғжизә менән тере ҡалған...

Сөйөмбикәнең шаҡырайып туңған кәүҙәһен һунарсылар артынса ауылдан килеп еткән трактор санаһына һалып алып ҡайттылар. Атай ҡулын һиҙеп, тынысланырға өлгөргән ҡыҙын ҡосаҡлаған Сәмиғулла, аңҡы-тиңке булып, алышыныр хәлгә ҡалып, кабинала ултыра. Соҡорло урында ҡапыл һелкенеүҙән уның кәпәсе осоп төштө. Тракторсы аптырауҙан ауыҙын асып, Сәмиғуллаға текәлде. Ирҙең кисә генә дегет ише йылҡылдап торған ҡара сәстәре әле килеп ап-аҡ ине. Сөйөмбикәнең ғүмерен ҡыйған ҡырау Сәмиғулланың башына ғына ҡағылып уҙҙы...

Иҙрис Ноғомано

Беренсе бүлек - https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-11-24/pensiya-fondy-i-k-rt-2595462

Икенсе булек - https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-11-25/s-uyynynda-y-bala-bul-an-h-l-ikense-b-lek-2595926

Читайте нас: