

АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА
Аҙағы. Башы: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-14/g-y-atay-2618214
Дауамы: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-15/g-y-atay-2618215
Ғәлиә, ҡыҙҙың күңелен яулау өсөн, осоп-ҡунып тигәндәй йөрөнө.Беренсе көндән үк нәзәкәтле ҡыланды.Шул тиклем тиҙ генә кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләт бар бит ул унда.Юхалау,таҫма тел - уның төп ҡоралы. Нәбирәгә шул тиклем өҙөлөп,бигерәк тә Таһир өйҙә саҡта,наҙлап ҡына өндәште.
Таһир был күренешкә ныҡ шатланды. Үҙе лә ҡатынын да,Нәбирәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.Әле сәскәләр тотоп ҡайтты,йә өсәүләп киноға барҙылар. Ир дәртләнеп китте. Күп тә үтмәй эшендә үрләттеләр.Ябай эшсенән бригадир булып китте.Эш хаҡы ла күтәрелде.Әсәһенең пенсияһына иҫәп астырҙы Нәбирәгә. Мәктәпте бөтһә, артабан йәшәүенә,уҡыуына кәрәк булыр, тип уйланы.
Зифа инәһе Нәбирәгә тиҙҙән Таһир менән Ғәлиәнең ҡусты йә һеңле алып ҡайтасаҡтарын еткерҙе. Дауаханаға барғанда осрашҡандар икән. Зифа инәһе Ғәлиә уларға килеп йәшәй башлағас, бер-ике тапҡыр хәл белергә килде. Иң һуңғы килгәнендә Нәбирә инәһенең артынан оҙата сыҡты.Оҙаҡ һөйләшеп торҙолар. Зифа инәһе, күҙенә йәш алып, һөйләнеп бер булды.
-Берәү үлмәй,берәү көн күрмәй. Ҡалай әҙер донъяға килеп йәйрәп йөрөй. Теле-телгә йоҡмай торһа ла, аҫтыртын күренә.Йыуаш ҡына Таһирҙың елкәһенә менмәһә ярай ҙа ул.Эй,балам, әмәл юҡ,Таһир ҙа һине көтөп буйҙаҡ йәшәй алмай.Ҡана ла һуң йүнле генә әҙәм булып ҡаҡмай-һуҡмай ғына үҫтерһә. Әлдә күкрәк ҡалҡыттың, ҡыҙым,бирешмәҫбеҙ алла бирһә.Ғүмер буйы бергә йәшәмәҫһегеҙ .Үҙҙәре татыу булһын. Таһирға һүҙем юҡ,тәү күреүҙән оҡшаттым мин уны .Кешелеклелеге йөҙөнә яҙылған . Был бисәнең рәтен-сиратын күрмәнемсе.Үҙе һөйләгәнгә, үҙе көлә.Ул да булдымы һөнәр. Ярар, ҡалайтаһың,уға ла көн итергә ир кәрәк. Бер уйлаһаң,төҫө-башы нимәгә ул беҙгә. Эсе матур булһын. Йүнле иргә барһа,йәмһеҙ ҡатынға ла төҫ инә тейҙәр.Таһир төҫ индерә торған ир ул. Ҡәҙерен белһә.
Зәбирәм иҫемә төшкән һайын эсем яна.Ҡалай ғына пар килгәндәр ине.Ҡарап туйғыһыҙ инеләр.Әллә күҙ тейҙе,әллә ней. Был бисә бала табып алып, һине ситкә типмәһен инде.Ни тиһәң дә, Таһир ҙа үҙ ҡаның түгел,сит кеше.Яҡшыға юрайыҡ,балам,ярай, бирешмәбеҙ әле,һаулыҡ булһын,-тип Нәбирәне ҡосаҡлап һөйҙө лә ҡайтып китте.
Үҫмер саҡ. Бала-саға өсөн ҡатмарлы осор.Характер формалаша.Мин-минлек,үҙһүҙләнеү,киреләнеү,ҡаршы һүҙ ташлау - үҫмер саҡтың билдәләре. Нәбирәгә үҫмер саҡ насип булманы.Әсәһе үлгәс тә ҙурайҙы ул.Күп нәмәгә үҙаллы өйрәнде.Дөрөҫөрәге тормош үҙе өйрәтте.
Буйға уҙғас, һин дә мин йөрөгән Ғәлиә йыш ҡына көйһөҙләнә башланы. Ул ярамай,был ярамай.Ишек ҡаты ябылһа - башы ауырта.Тәҙрә оҙаҡ асыҡ торһа - һыуыҡ тейә. Йә һыуыҡ,йә эҫе.Ҡорһағы беленеп, ҡәҙимге ауырая башлағас, сәпсим мыжыҡҡа әйләнде.
Нәбирә ҡайһы ваҡыт Таһирҙы йәлләп ҡуя. Эштә лә, өйҙә лә барыһына өлгөрөргә тырыша.Саҡ ҡына һуңға ҡалдымы, Ғәлиәгә етә ҡала, башлай ҡолаҡ итен ашарға.Нәбирәгә ире барҙа яғымлы, көлөп кенә һөйләшһә лә, Таһир сығып китеү менән төҫө үҙгәрә.Алмаштырып ҡуялармы ни!Төрлөсә мыҫҡыл итә,йәнәһе лә етем, улар өсөн бер кем дә түгел. "Теләһәк,бөгөн детдомға, йә интернатҡа ебәрә алабыҙ.Минең ирем һине йәлләгәнгә генә беҙҙең менән йәшәйһең.Үҙебеҙҙең балабыҙ булһа, һиңә был өйҙә урын булмаясаҡ".
Күп нимәне ишетергә тырышмай Нәбирә.Ошаҡлашҡыһы ла килмәй Таһирға.Иренә бер нәмә лә еткермәгәнен белгәс,рәхәтләнеп кәмһетте ҡыҙҙы. Нәбирә, Таһирға ҡыйын булмаһын, тип бер нәмә лә өндәшмәне. Йә уның арҡаһында аралары боҙолоуы бар.Күп ҡалманы инде.Түҙергә кәрәк нисек тә, тип уйланы ҡыҙ.
Улы тыуғас,Таһир ғына түгел, ҡан туғаны булмаһа ла, Нәбирә лә ҡыуанды.Таһир атҡа менгәндәй ҡайтты улы тыуған көндө.Нәбирә менән хатта исем дә һайланылар.Заһир тип уйлағайнылар ҙа бит,Ғәлиә генә риза булманы.Вадим тип ҡуштырҙы.
Балаһы тыуғас ҡына, Таһир Нәбирәгә Ғәлиә менән һыйышып йәшәүе ҡыйын икәнен һиҙеп ҡалды.Һуңғы арала бисәһе беҙҙең үҙебеҙҙең балабыҙ бар, кешенеке кәрәкмәй, тип асыҡтан-асыҡ ҡабатлай башланы.Башта ир ишетмәмешкә һалышты.Ҡуйманы бисәһе,ауыҙын асҡан һайын:
-Артыҡ тамаҡ нимәгә ул?Тиҙҙән бәлиғ була,әйҙә өлөшөн бүлеп бирәйек тә йәшәһен үҙе.Хәҙер бит етемдәрҙе хөкүмәт һәйбәт ҡарай.Ул бит һиңә лә,миңә лә сит кеше.Йөрөмәһен беҙҙең арала.Ана һинең балаң – Вадим.Нимә тип шуға йәбешәһеңдер, аңламайым.Әсәһе үлгәс тә детдомға бирергә кәрәк булған.Әллә шул етемәктән әүмәт күрермен тип өмөтләнәһеңме?Күрһәтте тей һиңә.Көтөп тор,кеше булып алһа, һинең кем икәнеңде лә иҫләмәҫ.
Эх,әсе генә итеп бер-ике һүҙ әйтеп ауыҙын яптырғанда яҡшы булыр ине лә ул.Юҡ,булмай. Тел әйләнмәй. Таһир өнәмәй иреш-талашты.
Көн дә тигәндәй бер үк ыжыуҙан сикәләре тартышты Таһирҙың. Түҙмәне ир,бер көн шулай башлағас та,талағы ташып йөрөгән Таһир бисәһе менән ирешеп торманы.Торған ерҙән йоҙроғо менән өҫтәлгә һуғып:
-Етәр,Ғәлиә!Башҡаса бындай хәбәрҙе миңә һөйләмә.Нәбирәлә эшең булмаһын.Ул үҙ өйөндә йәшәйәсәк, - тине лә сығып китте.
Бик тиҙ генә ингеһе килмәне өйөнә.Башында төрлө уйҙар сыуалды.Аҙаҡ шуны аңланы.Ул бит эшенә ,балаһына мөккиббән китеп, Нәбирәне күҙҙән
ысҡындырған.Һуңғы арала Зифа инәһенә йышланы ҡыҙ. Таһир эштән ҡайтҡас килеп инә ҡайһы саҡта. Инәһенең ҡыҙҙары Ғәлиә йәшәргә килгәне бирле күп булһа бер-ике генә килгәндер.Һуңғы арала Нәбирә менән йүнле-башлы һөйләшкәне лә юҡ.Ул бит тиҙҙән уҡыуҙы бөтә.Алда һынауҙар көтә.Юҡ,ҡыҙҙың киләсәген хәстәрләргә кәрәк.Ул бит юғары уҡыу йортона инергә хыяллана .
Һуңғы ваҡытта Таһир эшенән дә бушай алмай китте.Өйгә ҡайтһа билдәле.Ишектән күренеү генә кәрәк.Уныһы етмәй,быныһы юҡ,фәлән-төгән... Уйланып ултыра торғас,ныҡлы ҡарарға килде.Иртәгә ваҡыт табып мәктәпкә барырға, Нәбирәнең уҡыуы тураһында һорашырға кәрәктер.
Класс етәксеһе бөтә мәғлүмәтте еткерҙе.Уҡыуы һәйбәт,тырыш,ҡыҙға зарланған кеше юҡ.Тик хушлашҡанда класс етәксеһе:
-Таһир Хәмитович! Нәбирәгә әйтегеҙ әле,диета менән булышмаһын.Көнө оҙоно мәктәптә,ә ашарға йөрөмәй.Һорағайным, ни эшләп ашамайһың, диетамы әллә тип, эйе, тине.Уның бит үҫә, формалаша торған сағы.Йәш организмға витаминдар ҙа кәрәк.Өйҙә һөйләшегеҙ, мода артынан ҡыуып ас йөрөмәһен.Төштән һуң бит әле уға консультацияға ҡалырға.
Өйҙә аулаҡлап һөйләшеп булмаясағын аңлаған Таһир ҡыҙҙың дәрестән сығыуын көттө. Нәбирә алыҫтан уҡ таныны Таһирҙы.
-Класс етәксеңде күрҙем. Уҡыуыңдан ҡәнәғәт,маҡтай үҙеңде.Тик бер проблема тураһында һөйләшергә ҡушты.Ҡыҙым,һин ашарға йөрөмәй, диета тотаһың икән, был дөрөҫмө ул? Мин бит зарплата алғас та һинең ашауыңа тип шкафҡа аҡса һалам. Әллә берәй нимәгә йыяһыңмы?Ашамай йөрөп,ашҡаҙаның боҙолорға мөмкин. Нәбирә Таһирҙың "ҡыҙым” тигән һүҙенән башҡаһын ишетмәне .
-Ҡыҙым.Ҡыҙым, - тип ҡабатланы уның ирендәре.Әллә ул яңылыш ишеттеме.Ҡыҙым.Ниндәй наҙлы,ниндәй яғымлы һүҙ.Әсәһе үлгәндән бирле был матур һүҙҙе Зифа инәһе генә әйтә.Ә бөгөн Таһирҙан ишетте.Эйе, ишетте.Был тиклем дә ошо һүҙгә сарсар икән.Күҙҙәренә йәш тулды. Ысынлап та үҙ итеп әйттеме икән?Таһир уның тураһында борсоламы?Үҙ ҡыҙы кеүек күрәме икән әллә?..
Таһир күҙ йәштәренә мансылған Нәбирәне :
-Ҡыҙым,ғәфү ит мине,һуңғы арала һиңә иғтибар итмәгәнгә.Ғәфү ит.Мин хатамды төҙәтермен.Тик һин илама йәме, - тип ҡосағына алды.
Эйе,күп нәмәне һуңғы арала аңғармаған икән. Баҡһаң, шкафтағы аҡсаға Ғәлиә тейергә ҡушмаған,үҙе тотонған. Нәбирәгә, ашамаһаң да үлмәҫһең, тигән. Мәктәптән өйгә ҡайтып еткәнсе ҡыҙы бисәһенең тәртибен һөйләгәндә Таһирҙың сәстәре үрә торҙо .Ысынлап та, һуҡыр булған икән. Шул тиклем йәлләне ҡыҙҙы.Исмаһам,бер зарланһасы.Юҡ инде, былай булмаясаҡ.Дилбегәне ҡулға алырға кәрәк. Таһир ипле генә арҡаһынан ҡағып йыуатты ҡыҙҙы.
- Нәбирә,һинең опекун аҡсаң,пенсияң йыйылып бара.Беҙ уға теймәйбеҙ.Киләсәктә уҡырға кәрәк буласаҡ һиңә.Иртәгәнән мин һиңә карточка астырам,зарплатанан күсереп барырмын.Ашауыңа, кәрәк ярағыңа тотонорһоң йәме.Миңә был турала әйтергә кәрәк булған һиңә.Ҡыҙым,башҡаса проблемаң булһа,йәшереп йөрөмә.Миңә әйт,яраймы.Хәҙер Вадим да ҙурайҙы.Тиҙҙән балалар баҡсаһына бирәсәкбеҙ.Ғәлиә эшкә сыҡһа,һинең менән булышып ултырырға ваҡыты ҡалмаҫ. Уҡыуыңды ҡара, - тип арҡаһынан ҡаҡты.
Нәбирәне Таһирҙың “ҡыҙым” тип өндәшеүе күктең етенсе ҡатына алып менде.Ошоға тиклем бер ҙә улай тип өндәшкәнен ишеткәне юҡ ине.Ә бөгөн ул ошо һүҙҙе әйтте.Һуңғы арала Ғәлиәнең алама һүҙҙәренән йөрәге өшөп бөткәйне.Нисә тапҡыр ҡулынан аҡсаһын тартып алды. Әрәмтамаҡ,беҙҙекен ашайһың,һин Таһирға ла, миңә лә бер кем дә түгел, тип өйҙән ҡыуып сығарыуын да бит Таһир белмәй. Белһә ,нимә эшләр ине икән?Бала ғына көйө шуларҙы йота белде ҡыҙ.Бер зарланһасы.Белгертмәне.Ошаҡсы булғыһы килмәне ҡыҙҙың.
Таһир зарплатаһынан бер аҙ аҡсаһын Нәбирәгә тип асылған карточкаға һалғас та бисәһе өйҙә яр һалды.Кәмерәк эләкте шул ҡулына аҡса.
-Етем башмаҡ аҫыраһа ниһә,һуйып ашап тамағың туйыр.Был етемдән һиңә ниндәй файҙа булыр тейең?Әйттем мин һиңә бер мөйөш тап шул аҫрауыңа тип.Һиңә кем ул,йә әйт әле?Ана, үҙ балаңды ҡара.Ней кейем алып биргәнең юҡ,ней ашарына тотоп ҡайтмайың.Ә аҫырау тигәндә аҡсаһын бер ҙә йәлләмәй.
-Һиңә нимә етмәй,Ғәлиә?Мин аҡсаны тиненә тиклем һиңә ҡайтарып торам.Етте һиңә,башҡаса Нәбирәне таламайһың.Ул да тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһы.
-Шул етем башмаҡ тип иҫең китте лә баһа.Уның урыны ана детдомда...
Шул саҡ түҙемлеге бөткән Таһир:
-Детдом - етемдәр йорто.Нәбирә етем түгел.Әсәһе үлһә лә, атаһы бар.Эйе, мин уға үгәй булһа ла атаймын.Аңланыңмы?Был һөйләшеү һуңғыһы булһын,-тип бисәһенең ауыҙын япты.
Нәбирә һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, ҡулына аттестат алды.Өфөгә үҙе бала саҡтан хыялланған уҡыу йортона уҡырға инеп китте.Балалар табибы буласаҡ ул.Таһир ҡыҙын үҙе алып килеп урынлаштырҙы.
Нәбирә Ғәлиәләргә бик һирәк ҡайтты.Күбеһенсә Таһир үҙе килде хәл белергә.Һуңғы курста Нәбирәгә фатир алып биреште. Нәбирәнең йыйылған аҡсаһы бар ине.Таһир ҙа машинаһын һатып, ярҙамға аҡса бирҙе.Ҡыҙ уҡып бөткәс,эшкә Өфөлә ҡалды.
Ғәлиә Вадимдан башҡа бала тапманы.Ҡара һаҡалың ҡайҙа булһа ла эйәрә тигәндәй, Нәбирә киткәс тә мыжыҡлығын ташламаны.Кемдер диңгеҙҙә ял итеп ҡайтһа,диңгеҙ тип алйыны.Йә берәр танышы шәшке тун кейгәнен күрһә, шәшке тун таптырып бер булды.Йәшәй-йәшәй кеше бер-береһенә күнеп,яраҡлашып бөтә икән ул.Таһир ҙа үҙенә кәрәген генә ишетергә өйрәнде.Күп иғтибарын Вадимына бүлергә тырышты.
Уҡып бөтөп, бер йыл эшләгәс,Нәбирә Өфө егетенә кейәүгә сыҡты.Туйына балалары менән Зифа инәһен,Таһир менән Ғәлиәне лә саҡырҙы.
Ғәлиә туйға барыуҙан баш тартты.Таһир яңғыҙы барҙы.
Һәр бер туйҙың онотолмаҫ,иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәре була. Был туйҙа Нәбирәнең атаһына рәхмәт әйтеп, баш эйеүе йөрәккә үтеп инде.Беренсе тапҡыр ул Таһирға “атай” тип өндәште.
-Ҡәҙерле атай! Һин - минең берҙән-бер иң яҡын кешем. Миңә күрһәткән яҡшылыҡтарыңды мәңге онотмам. Һин ысын яҡшы атай булдың миңә. Белмәйем,әгәр тормош юлымда һин осрамаһаң, мин был бәхетле минуттарҙы кисерә алыр инем микән? Юҡтыр. Һинең сабырлығыңа, аҡылыңа, хәстәрлегеңә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Бала саҡтан миңә терәк,таяныс булыуың өсөн рәхмәт. Мин һине яратам, хөрмәт итәм,атай, - тине лә шатлыҡлы күҙ йәштәре менән Таһирҙы ҡосаҡланы. Атай ҙа ҡыҙын ҡосағына алды. Был күренеш күптәрҙең күҙен йәшкә сыланы.
Таһирҙың да шатлыҡтан күңеле тулды. Булдыра алманы, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Шул хәтлем татлы ине был күҙ йәштәре.
Ни сәсһәң - шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Сит кешенән яҡын кешегә әүерелеү бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй. Таһир өсөн был көн ғүмеренең иң бәхетле көнө булып иҫтә ҡалды.
(ТАМАМ).
Татьяның Броның "Федор и чужой ребенок" әҫәренә эйәреп яҙылған тәржемәүи хикәйә.
Фото: magiadonna.ru