Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2022, 12:00

ҠАРҒЫШ

Рәлис УРАҘҒОЛОВ Хикәйә

ҠАРҒЫШҠАРҒЫШ
ҠАРҒЫШ

БАШЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-18/ar-ysh-2655701

ДАУАМЫ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-19/ar-ysh-2655703

 

Ундай саҡта өгөт-нәсихәт биреп буламы ни, башҡаса өндәшмәне Ғәлимә, һүҙен кирегә борҙо:
‒– Ҡана, самауырҙы яңыртайым. Самауыр сәйе тәмле була. Сәйнүктеке ни, ҡабалан саҡта ғына һемереп алырға бит ул, һөйләшеп ултырыр өсөн түгел, –‒ тигән булды.

Йортҡа индерҙе ҡыҙы таныштырған мужикты Мәстүрә. Ир килештеме, башҡа мәшәҡәткә сумдымы, һирәк инә башланы әхирәте. Электән кешегә бик барырға яратмаған Ғәлимә лә уларға инмәне. Осрашҡанда сәләм алыштылар ҙа, шуның менән вәссәләм. Уның ҡарауы, Мәстүрә магазин тирәһенә йышланы. Хатта көнөнә икешәр тапҡыр юлланды. Яҙа-йоҙа ишетелеп ҡалыуынса, хәмер ала икән. Аҡсаһы булмаһа, һатыусыларҙан үтескә журналға яҙҙыра, ти. Хәйер…

–‒ Ыһы-ыһы…
Тамаҡ ҡырған ҡатын-ҡыҙ тауышына түр яҡтан сыҡҡан Ғәлимә аптырап китте.
–‒ Мә-әс-түрәкәйем, һинме был?

Әхирәтенең өҫ-башы таушалған, йөҙө шешенгән, күҙ төптәре күгәргән ине. Ауылса әйткәндә, ҡасан ғына ҡойроҡһоҙ һайыҫҡан шикелле һикергеләп йөрөгән Мәстүрәне алмаштырып ҡуйғандар тиерһең.

‒– Ней, ней, Ғә-ғәлимә, бер генә минутҡа индем, берәй мең һум аҡса биреп тор әле, һис булмаһа, запас-фәләнең юҡмы, тим, араҡыны әйтәм, араҡыны. –‒ Мәстүрә ҡыйынһынды, тотлоҡто, тирә-яғына ҡаранды, итеген дә сисеп тормайынса, түрҙәге тәҙрәнән урам яғын күҙәтте.
Ғәлимәне һеңгәҙәтә һуҡтылармы ни, үҙ күҙенә үҙе ышанманы, аңына һаман әхирәтенең, элекке шат, көлөп торған әхирәтенең яңы –‒ ҡурҡыныс йөҙө барып етә алманы. Юҡ, булмаҫ, бына әлеге кейем-һалымын, битенә кейгән битлеген һалып ырғытыр ҙа, шарылдап-шарылдап өҫтәл артына килеп ултырыр, сәйнүк сәйенә генә риза булмайынса, самауырҙыҡын таптырыр төҫлө. Ләкин…

–‒ Йә, бирәһеңме, булмаһа, сығып киттем…
–‒ Ы-ы… Хәҙер-хәҙер… ‒– Ғәлимә «ҡара көнгә» һаҡлаған аҡсалары араһынан меңлекте алды. Шул саҡ «келт» итеп, ҡунаҡ килеп төшһә тип алып ҡуйған «сәкүшкә»һе иҫенә төштө. ‒– Ней, әхирәт, әллә берәр илле генә грамм тотаһыңмы? Күреп торам, ауырыйһың?
Эсерәһе килгәндән тыуманы уның башында бындай уй. Әхирәтенең йортҡа индергән иренә эйәреп, насар һуҡмаҡтан киткәнен былай ҙа ишетеп белә, тәҙрәнән урам буйлап магазин яғына үткәнен дә йыш күрә. Тик Мәстүрәгә ошо хаҡта нисек әй­тәһең дә, өгөт-нәсихәттең файҙаһы бармы? Бәлки, тип уйланы Ғәлимә, ошо юл менән булһа ла, берәй әмәлен табып аңлатып ҡарар, сығарып ебәр ошо әҙәм аҡтығын, тип әйтер. Элеккесә донъя көтөп була бит, тиер, өгөтләр, алдарына теҙләнер, әхирә­тен бәләнән йолоп алыр.

–‒ Нишләп уны әллә ҡасан әйт­мәйһең, йә, һал, күреп тораһың бит ауырығанды. Юҡ, баш ауыртмай, ә бына ошонда өҙөлә, күкрәгемде өтә барыһы… Ниңә генә миңә Хоҙай шундай ҙа михнәттәр бирҙе икә-ән?! –‒ Мәстүрә өҫтәлдәге буш сынаяҡты алып, Ғәлимәгә һуҙҙы. – Ошоно тултырып һал да, магазин төшкөлөккә ябылғансы өлгөрөргә кәрәк.

Ғолт-ғолт… Мәстүрә сынаяғын түңкәрҙе. Шап. Уның артынан ишек ябылды… Китте әхирәте. Сәй ҙә эсмәне, һөйләшмәне лә. Китте…

…Бәй, урам буйлап нимәгә кешеләр йүгерешә икән? Өҫтөнә еңелсә генә кейенде лә Ғәлимә тышҡа атылды.
–‒ Ни, ни булған, ниңә йүгерешә­һегеҙ? – тип саҡ һорай алды күрше килендән ул. – Ут сыҡҡан тиһәң, төтөн-фәлән күренмәй…
–‒ Мәстүрә апайҙы ире үлтергән, тиҙәр, ире-е…

Ғәлимә быуынһыҙ булды. Аяғы атламаны. Баҫҡан ерендә, кәртәгә һөйәлде лә ҡатты ла ҡалды.
‒– Нисек? Ни-ни-се-ек?! Мәс-Мәстүрә-кәйе-ем…
Ғәлимә барғанда Мәстүрәнең мәйетен йөк машинаһына һалып торалар ине. Ел йөҙөнә тартылған простыняһының ситен күтәргәндә, йөҙөн генә күреп ҡала алды. Ағарған, ҡанға батҡан…

–‒ Һуғып үлтергән, ҡәһәрең, – тине йыйылыусыларҙың береһе.
–‒ Милисә алып китте, китмәһә, өҙгөләп ташлар инек, ‒– тип элеп алды икенсеһе.
–‒ Таба менән башын ярған бит, бәдбәхет, ашарға таптырғандыр инде. Бәрәңгеләре иҙәндә һибелеп ята…
–‒ Ашатырҙар әле хәҙер бәрәңгене, ашатырҙар! Ватыҡ шешәләр ҙә тулып ята, мужыт шешә менән башын ярғандыр…
–‒ Ҡыҙҙарына телеграмма һуғырға кәрәк, Әлиәһе Өфөлә генә шикелле, ҙурыһы Себерҙә үк…

–‒ Ы-ы… – Ғәлимә иҫенә килгән­дәй булды. ‒– Миндә Әлиәнең телефон номеры бар, ә Сәриәһенә телеграмма һуғырбыҙ. Унан һуң өйөн йыйыштырып сығырға кәрәк…

…Исмәғилдең ергә һеңгән, урыны менән убылып төшкән, өҫтөндә сүп үләндәренең иҫке сыбыҡсалары тырпайған ҡәбере эргәһендә яңы­һы –‒ Мәстүрәнеке барлыҡҡа килде. Баш осона имән юнып ултырттылар. Исем-шәрифен яҙып торманылар. Ҡыҙҙары килер, ҡарар, тәрбиәләр, тинеләр.
–‒ Ҡыҙҙары тәки ҡайтманымы? ‒– тип һораны аранан берәү.
–‒ Юҡ…
–‒ Үәт, оятһыҙҙар…

Ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайтһа ла, асҡысын бирермен, тип, Ғәлимә өй ишеген бикләне. Шул саҡ кеҫә телефоны шылтыраны.

–‒ Ғәлимә апай, дөрөҫ аңлағыҙ, мин мәйеттән ҡурҡам, – тине теге яҡ­тағы Әлиә тауышы. – Шунда хәстәрен күрегеҙ инде. Ә, ерләнегеҙ ҙәме? Ярай, нишләйһең инде, үлгәс оҙаҡ тотоп булмай… Дә, Ғәлимә апай, әсәй өйөн документлаштырып, яңыса оформить иттеме икән? Белмәйһе­геҙҙер инде, ну, ладно, бер-ике аҙнанан ҡайтҡас, разберемся. Әлегә асҡыс һеҙҙә тороп торһон…

Ту-ту-ту… Өҙөлдө. Ғәлимә телефонын һалыр өсөн кеҫәһенә тығыл­ғайны, Сәриәнең Себер тарафынан ебәрелгән телеграммаһы иҫенә төш­тө. Уҡығас та, бөгәрләп һалып ҡуй­ғайны, Мәстүрәнең өйөндә ҡалдырырға онотҡан.

«Галима апа, мать похороните. На похороны не успею. Приеду в отпуск через месяц. Скажите Алие, дом продадим вместе».
Ғәлимә бәләкәй ҡапҡаны асты. Исмәғил уны үлер алдынан ғына яһағайны. Ваҡыт тигәнең үтә шул, өҫкө яғы килеп төшкән, аҫты ерҙе тырнап шығырлай. Ҡатын арҡырыға һынған көрәк һабы бәйләп ҡуйҙы ла яй ғына өйөнә табан атланы…

(АҘАҒЫ).

Фото: belami-club.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас