Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина кисә ҡурайсы Рушан Биктимеровты юбилейы менән ҡотланы.
– Ҡурай моңона бейегән кеше оҙон ғүмерле була, сөнки унда ниндәйҙер сихри көс бар. Беҙ, артист халҡы, ҡурайсыларға шул тиклем рәхмәтле. Һеҙ генә беҙҙе шулай йәшәтәһегеҙ, һеҙ генә беҙҙе йәшәртәһегеҙ, беҙгә ғүмер өрәһегеҙ, – тине Рәшиҙә Ғилмитдин ҡыҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеровтың "алтын" юбилейы кисә, 6 февралдә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уҙҙы.
Автор фотоһы һәм видеоһы.
Оҡшаш мәҡәләләр: