Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Июль 2020, 22:30

Ваня үҙен ҡотҡарыусыны таныған...

"Мин ҡыҙынып ята инем. Һыуҙағы авария, кешеләрҙең ҡысҡырған тауыштарын ишетеп, шунда уҡ тороп йүгерҙем".

Биш йәшлек Ваняның әсәһе улын ҡотҡарыусы егеттәрҙе Ufa1.ru порталы аша эҙләп табып, уларға рәхмәт белдергән. 27 йәшлек Азамат Ғиззәтуллин һәм Владимир (әсә фамилияһын асыҡламаған) Павловка һыу һаҡлағысында ике моторлы кәмә бәрелешкәнен күреп, шунда уҡ ярҙамға ташланған.
Улар биш йәшлек баланы ярға алып сығып, табиптар килгәнсе тәүге ярҙамды күрһәтә. Ваня төрлө ауыр йәрәхәттәр ала, Өфө дауаханаһының реанимация бүлексәһендә бер нисә көн ята. Әле уның хәле яҡшырыуға бара. Бөгөн, 18 июлдә, малайҙың әсәһе Ирина Ваня эргәһенә палатаға ҡотҡарыусыларҙың береһе – Азаматтың килеүен белдерҙе. Егет балаға уйынсыҡтар һәм шарҙар алып килгән. Малай ҡотҡарыусыһын таныған.
Ирина ҡыйыу егеттәрҙең бәләгә тарығандарға һис уйлап тормай ярҙамға ташланғандары өсөн бик рәхмәтле.
"Мин ҡыҙынып ята инем, һыуҙағы авария, кешеләрҙең ҡысҡырған тауыштарын ишетеп, шунда уҡ тороп йүгерҙем. Йылға уртаһына йөҙөп барып еткәнсе хәл бөттө. Ярай әле, баланың умыртҡа бағанаһы һынмаған... Бәрелгән икенсе кәмәләге компания китте лә барҙы, Владимир улар менән мәсьәләне асыҡларға тырышты", - ти Азамат.
Һыуҙа 6 июлдә булған аварияла Ваняның 38 йәшлек атаһы ла имгәнә. Шулай ҙа улы ултырған яҡҡа бәрелеү көслөрәк эләгә. Малайға операция яһалғандан һуң Ирина улын ҡотҡарыусыларҙы эҙләй башлай, ул аварияла ғәйеплеләрҙең тейешле яза алырына ышана.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: